Ауылға журналист кәрәкме?07.03.2019
Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов ҡыҙыҡ тәҡдим индерҙе. Уның буйынса, ауыл табибы һәм ауыл уҡытыусыһы кеүек үк, ауыл хәбәрсеһен дә матди яҡтан дәртләндереү күҙаллана. Төбәктә Рәсәйҙә беренсе булып “Ауыл журналисы” проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

– Әгәр килеп сыҡһа, 2022 йылға юғары уҡыу йортон тамамлаған журналист, теләге булһа, өлкәнең теләһә ниндәй район гәзитенә эшкә бара ала.
Уларҙа белгестәргә ихтыяж ҙур. Бындай йәш хәбәрсе ҙур социаль ташламалар һәм бер тапҡыр бирелә торған миллион һумлыҡ пособие аласаҡ, – тине губернатор.


Быйыл уҡ Сергей Морозовтың ҡушыуы буйынса ауыл белгестәренә ярҙамды күҙаллаған өлкә законына үҙгәреш индереләсәк.




Вернуться назад