Күп “лайыҡ” йыйһаң, смартфон алырһың07.03.2019
8 Март байрамы алдынан Балаларҙың ышаныс телефоны сайтында (8-800-2000-122) “Мин әсәйем тураһында нимә беләм” тигән конкурс иғлан ителде.

Балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең әсәһе тураһында һүрәтләмә менән бергә фоторәсемен дә ҡуйып, социаль селтәрҙә үҙенең ғаилә тарихы менән уртаҡлаша ала. Кем күберәк “лайыҡ” йыя, шул – еңеүсе.

Конкурста ҡатнашып, әсәйегеҙҙе лә шатландыра алаһығыҙ. Еңеп сыҡһағыҙ, икегеҙгә лә смартфон бүләк итәсәктәр. Бәйге 31 мартҡа тиклем дауам итә, ҡатнашырға ашығығыҙ!




Вернуться назад