Ышаныс яулауы ауыр08.06.2012
Өй һайлама, күршеңде һайла, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Яңы фатирға күскәс, быға үҙем инандым.

Күршебеҙ Лүзә ҡыҙы Лиана менән генә йәшәй. Иренән күптән айырылған. Лиана бик шуҡ ҡыҙыҡай. Олатай-өләсәйҙәре, әсәһенең сикһеҙ һөйөүе, һәр нәмәгә рөхсәт биреүҙәре арҡаһында ҡыҙсыҡ самаһыҙ иркә булып үҫкән. Тәүҙә уның һәр ҡылығы яҡындарында һоҡланыу тойғоһо уятҡандыр, моғайын. Ун йәшкә тиклем ҡыҙ әсәһенә артыҡ мәшәҡәт тә тыуҙырманы. Ә бына ун икене ашатлағас, әсә менән бала араһында аңлашылмаусанлыҡ артҡандан-арта барҙы. Ғаиләлә һәр иртә бер-береһенә тауыш күтәреүҙән, ғәйепләүҙәрҙән, баланың ҡыйырһытылыуынан һәм илауҙан башлана (стеналар ҡатырға ҡалынлығы булғас, ирекһеҙҙән был күңелһеҙ ваҡиғаның шаһиты булырға тура килә).
— Тор! Сәғәт ете тулды бит инде. Будильник әллә нисә тапҡыр шылтыраны.
— Хәҙер. Биш минут ятам да.
— Башланды инде. Көн дә бер балыҡ башы. Хәҙер үк тор!
— Сәрелдәмә! Матур итеп әйтеп булмаймы!
— Сәрелдәтермен мин һине. Ҡаршы ирешһәң, мороноңдо ҡанатҡансы һуғам.
— Көсөң күп булғас, шулай инде. Һуҡ, мә, һуҡ!
— Бына-бына. Ишшеү матур итеп әйт тигән булаһың. Әйтерһең һиңә. Шунда уҡ тыңлап, һикереп торһаң, әйтер инем. Нишана.
— Ә һин, истеричка!
— Әсәң менән иреш тағы!
“Тас” та “тос”. Ҡыҙ шунда уҡ әсе итеп ҡысҡырып илай ҙа башлай. Көн һайын бер үк хәл.
Бер мәл түҙмәнем, Лүзәне һөйләшеүгә саҡырҙым. Балаға ҡысҡырыу башҡа һыймаҫлыҡ хәл булыуын аңлатып маташтым: “Әле һин көсөң ташып торған йәш ҡатынһың. Ә киләсәктә, ҡартлыҡ көнөң ошо балаға ҡалһа, ни булыр?” Лүзә мине тыныс ҡына тыңланы. Уның күңеленә һалған орлоҡ шытҡанмы-юҡмы, әйтә алмайым. Шулай ҙа күршеләрем ҡара таңдан әрләшеүҙән туҡтаны... Психологтар кәңәшенә беҙ ҙә күҙ һалайыҡ.
Баланы нисек тәрбиәләргә? Был һорау ата-әсәләрҙең барыһын да борсойҙор. Һәр кем балаһының һау-сәләмәт, аҡыллы, тәрбиәле, белемле булып үҫеүен теләй, ләкин быға өлгәшеүе ҡыйын. Бала тыуғас, уны нисек һәм ҡасан ашатыу һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы кәңәш табыуы еңел. Был темаға билдәле табиптар, психологтар тарафынан меңәрләгән том китап яҙылған. Ә бына тәрбиәгә килгәндә, күптәребеҙ һуҡыр сысҡан һымаҡ, эске тойғоларға, тойомлауҙарға таянып ҡына эш итә, сөнки һәр ғаиләгә яраған, ниндәйҙер дөйөм кәңәштәрҙең булыуы мөмкин дә түгел. Һәр ғаилә үҙенсәлекле, һәр бала — шәхес. Шулай ҙа, ниндәйҙер йүнәлеш алып, бала менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү, бер-береңә яҡынайыу юлдарын эҙләү, хаталарҙы төҙәтеү тәңгәлендә эш алып барыу берәүгә лә ҡамасауламаҫ. Бала менән мөнәсәбәттәргә килгәндә, тәү сиратта һөйөүгә таянып эш итергә кәрәк. Бында, әлбиттә, төп ярҙамсы — түҙемлек.
Психологтар, баланы нисек бар, шулай ҡабул итергә һәм уны үҙгәртергә маташмайынса яратырға кәрәк, тип раҫлай. Матур булғаны, аҡылы, отҡорлоғо өсөн түгел, ә һеҙҙең бала булғаны өсөн. Тик күп кенә ата-әсә “ниңә һин гел шулайтаһың йә былайтаһың” тип тылҡыуҙы ҡағиҙә итеп алған. Иң ҡурҡынысы: беҙ балаға гел генә ниндәйҙер шарт ҡуябыҙ. Был тәүге сиратта мәҙәниәтебеҙгә бәйле. “Һин һәйбәт ҡыҙ йәки малай булһаң, мин һине яратырмын, һуғышһаң (ҡаршы һөйләшһәң, ялҡауланһаң), минән яҡшылыҡ көтмә, ҡолағыңа киртеп ҡуй, икеле алып ҡайтһаң, мин ҡушҡанды эшләмәһәң...” Әгәр был осраҡта үҙегеҙҙе таныйһығыҙ икән, тиҙ арала әлеге һүҙбәйләнештәрҙе һөйләшегеҙҙән алып ташлағыҙ. Уларҙы “мин һине һағынып ҡайттым”, “һин өйҙә булғанда, шундай күңелле”, “һәр эште еренә еткереп эшләй беләһең” кеүек маҡтау, иркәләү һүҙҙәре менән алмаштырығыҙ. Бала тәү сиратта ата-әсәһенең интонацияһын ишетә. Шунан ғына һүҙҙәренә иғтибарын йүнәлтә. Әгәр ризаһыҙлыҡ белдереү йышая һәм көн дә ҡабатлана икән, бала һеҙҙе ишетмәй башлаясаҡ.
Күпселек ата-әсәгә шарт ҡуймай ғына баланы ҡабул итеүгә нимә ҡамасаулай? Тәү сиратта үҙ ғаиләһендә алған тәрбиә. “Мине берәү ҙә өпәләп-сөпәләмәне”, – тигәнде йыш ишетергә тура килә. Шунан “дәресен ваҡытында әҙерләмәгән, ҡушҡанды эшләмәгән баланы нисек итеп ҡосаҡлап яратырға, маҡтарға тейешмен” тип уйлаусылар ҙа барҙыр. Шуның өсөн ғаиләлә тәүҙә үк тәртип булдырырға кәрәк. Унан һуң ғына балаға талап ҡуйырға мөмкин.
Ҡыҙ балаларға килгәндә, уларҙың хис-тойғоһо малайҙарҙыҡынан айырмалы, нескәрәк, үҫмер сағында ҡыҙҙар донъяға алһыу күҙлек аша ҡараусан. Ун ике йәштән ҡыҙҙың тән төҙөлөшө үҙгәрә башлай. Быны күрһәтергә тырышмаһа ла, ошо осорҙо ул ныҡ ауыр кисерә. Ҡыҙығыҙҙы шелтәләп алыр алдынан үҙегеҙҙең бала сағығыҙға әйләнеп ҡайтып, шул ваҡыттағы кисерештәрегеҙҙе барлағыҙ. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҡамасауламаҫ. Уға тиңдәшегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Туҡтауһыҙ аҡыл өйрәтеүҙән тыйылығыҙ. Был уны ялҡытыр һәм һеҙҙән алыҫайтыр. Ҡыҙығыҙ үҫмер саҡта уның менән әхирәт булып ҡалыу мөһим.
Күршеләрем Лүзә менән Лиана, әсә менән ҡыҙ, аралары бөтөнләй һыуынып бөтмәҫ борон психолог ярҙамында тыныслыҡ һәм бер-береһенә ҡарата ихтирам тойғоһо булдыра алды. Артабан да шулай булыр, тип өмөтләнәйек. Мөнәсәбәтте боҙоу ғына еңел, ышанысты кире яулауы ауыр һәм күп көс талап итә.
Дилә ҒАФАРОВА.


Вернуться назад