"Беҙ берҙәм булғанда ғына ҡалабыҙ йәмләнәсәк"06.03.2019
Сибайҙа “Управдом” форумы үтте. Сарала урындағы халыҡ һәм республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Бындай йыйын Сибайҙа тәүге тапҡыр үтә. Уның эшендә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡатнашты.

– Һәр кем өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырылыуы мөһим. Форумдың төп маҡсаттарының береһе – халыҡты подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-хужалыҡ мәсьәләләрен бергәләшеп хәл итеү эшенә йәлеп итеү, – тине сығышында Рөстәм Афзалов. – Шуға күрә һеҙҙең, хөрмәтле сибайҙар, һәр проектта әүҙем ҡатнашыуығыҙ, төрлө идеялар, башланғыстар менән сығыш яһауығыҙ бик мөһим. Бергә һәм берҙәм булғанда ғына тыуған ҡалабыҙҙы матур, уңайлы, заманса итә аласаҡбыҙ.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев әйтеүенсә, Сибайҙа йәшеллек аҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, ҡала халҡына биләмәләрҙе, ихаталарҙы төҙөкләндереү планына йәшелләндереүҙе лә индереү бурысы ҡуйылды.

Балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, ололарға ял итеү урындары булдырыу йәһәтенән дә етди һөйләшеү булды.


Вернуться назад