Егерме йылдан ашыу клуб юҡ, тип тормай...06.03.2019
Баймаҡ районының Ғүмәр ауылы халҡы берҙәмлеге, дәртлелеге менән айырылып тора. Экологик өмәме, Пионерия көнөмө, ат ярыштарымы һ.б. – барыһында ла халыҡ ҙур теләктә әүҙем ҡатнаша.

Бер һүҙле, бер уйлы ғүмәрҙәр. Ауылда 20 йылдан ашыу клуб юҡ тип тә тормайҙар. Яңы йыл байрамдарын, үҙҙәре әйтмешләй, “гәлсәр клуб”тарында – урамда үткәрәләр, дини байрамдарҙа, үҙ-ара һөйләшеп, төрлө йорттарҙа йыйылалар. Үҙ көнөн үҙҙәре күреп, донъяның матурлығына һоҡланып, балалар үҫтереп, күпләп мал тотоп, бынамын итеп йәшәй улар.

Ғүмәр Ярат ауыл биләмәһенә ҡарай, район үҙәгенә ҡырҡ саҡрым тирәһе. Бында 93 йортта 280 кеше йәшәй.

Дәртле, сәмле ғүмәрҙәр быйыл район кимәлендә ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы еңеү яулаған.

Дәртле ойоштороусы һәм әйҙәүсе, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Миңзәлә Үҙәнбаева әйтеүенсә, конкурс шарттарына ярашлы, йыл дауамында сәләмәт тормошто, спортты пропагандалауға йүнәлтелгән 100-ҙән ашыу сара үткән. Яраттар менән бергә футбол уйындары үткәрһендәрме, хоккей һуҡһындармы, балыҡ ҡармаҡлаһындармы, велосипедта йөрөһөндәрме – барыһы ла ифрат күңелле, файҙалы үткән.

Әйткәндәй, Баймаҡ районында “Сәләмәт тормош” проекты икенсе тапҡыр тормошҡа ашырылды. Унда тәүге йылда 15 ауыл ҡатнашһа, быйыл – 36.


Вернуться назад