Байрамда ла тынғы юҡ…06.03.2019
Байрамда ла тынғы юҡ…Ҡатын-ҡыҙға байрам алдынан да тынғы юҡ. 7 мартта Өфө ҡалаһының Халыҡтың мәшғүллек үҙәге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙ өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойоштора.

Эйе, байрам үтер ҙә китер, ә эш көн дә кәрәк. Йәрминкәлә администратор, белгес, тәрбиәсе, ҡунаҡхана хеҙмәткәре, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, йыйыштырыусы кеүек һөнәрҙәр тәҡдим ителәсәк.

Осрашыу урыны билдәле инде: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем дауам итәсәк.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика