Бөгөн Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин менән министр кәңәшсеһе Николай Ельников "Башҡорт ихаталары" программаһына арналған матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Был ихаталарҙы төҙөкләндерһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Программаға инеү өсөн йорт советы граждандарҙың йыйылышын үткәрергә тейеш, ихата ниндәй проект буйынса төҙөкләндерелә – быны халыҡ үҙе хәл итә, – тине Альфред Зәки улы. – Аҡса бының өсөн етерлек бүленә, тимәк, һәр ихата өсөн мөмкинлек бар.