Өфөлә Орджоникидзе районында прокуратура “Дон-Әфлисун” исемле шәхси балалар баҡсаһын тикшерҙе. Быға бер тәрбиәләнеүсенең өйгә тәнендәге күп һандағы тешләү һәм ҡан төйөлөү эҙҙәре менән ҡайтыуы сәбәпсе була.
Йәш ярымлыҡ ҡыҙ үҙе менән ни булғанын йүнләп аңлата ла алмай. Әммә тәрбиәсенең балаларҙы ҡарап еткермәүе бәхәсһеҙ. Ә бит ата-әсә сабыйы бында йөрөгән өсөн айына 11500 һум түләй.
Тикшереү һөҙөмтәһендә күп кенә башҡа етешһеҙлектәр асыҡлана. Бында санитар-эпидимиологик, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлмәгән: янғын сигнализацияһы, эвакуация сығыу юлы, эсәр һыуҙың сифаты һәм хеҙмәткәрҙәргә прививка яһалыуы-яһалмауы тураһындағы документтар булмаған, аҙыҡ-түлекте, хужалыҡ кәрәк-ярағын дөрөҫ һаҡлау саралары күрелмәгән.
Тикшереүҙән һуң учреждение етәкселеге тәрбиәсене эштән бушатҡан һәм үҙе үк балалар баҡсаһын ябырға хәл иткән.