Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Ошо турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең “Фейсбук”тағы сәхифәһендә яҙған.
Программа финанслашыуға нигеҙләнеп эшләй: сығымдың 99 проценты республика ҡаҙнаһынан ҡаплана, ә бер проценты халыҡ иҫәбенә буласаҡ.
– Яҡын көндәрҙә “Башҡорт ихаталары” программаһын бойомға ашырыуға тотонабыҙ. Подъездар кеүек үк, бында ла тәүге сара халыҡтың йыйылыштарын үткәреүҙән, пландарҙы раҫлауҙан тора. Эш бында йәшәгән халыҡ программаның үтәлгәне тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғас ҡына тамамланасаҡ. Йәмәғәт тыңлауҙары үткәрмәй тороп, ҡаҙна аҡсаһын торлаҡ-коммуналь ихтыяждарына тотонорға хаҡыбыҙ юҡ икәнлеген хеҙмәттәштәрем аңлағандыр тип уйлайым, – тине республика етәксеһе.
Быйыл йәй 480 ихата төҙөкләндереләсәк, ә яҡындағы биш йылда уларҙың һаны 2 903-кә етәсәк.
– Был эштә балалар майҙансыҡтарына, резина япмаларға, урналарға, эскәмйәләргә, стендтарға, яҡтыртыуға өҫтөнлөк биреләсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.