Министр ҡулына бумала алған...06.03.2019
Республика балалар клиник дауаханаһындағы был көн кескәй пациенттар өсөн көтөлмәгән күңелле байрамға әүерелде. Эндокринология бүлексәһенең стеналарын биҙәүҙә Рәсәй һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы Раушания Бәҙретдинова һәм К. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатының йәш таланттарынан тыш, кескәй пациенттар ҙа шатланып ҡатнашты. Хатта һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинға ла, бумала алып, мультфильм геройҙарын иҫенә төшөрөргә, ижади һәләтен күрһәтергә тура килгән, тиҙәр.


Вернуться назад