Байрамға һауа торошо ниндәй бүләк әҙерләй?06.03.2019
Республика синоптиктары киләһе ике көнгә һауа торошон күҙалланы.

“Башгидромет” мәғлүмәттәренә ярашлы, 7 мартта Башҡортостанда епшек ҡар яуа, айырым райондарҙа буран сыға, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын була.

8 мартта төндә бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 10-15, аяҙытҡанда 20 градусҡа тиклем, көндөҙ иһә 2-7 градус һалҡын булыуы көтөлә.




Вернуться назад