Аҡсаһын алырҙар, ә ҡыйҙы йыйырҙармы?06.03.2019
Башҡортостанда сүп-сар менән эш итеү буйынса ике төбәк операторы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” һәм “Эко-сити” Рәсәйҙәге шикле 20 оператор исемлегенә эләкте.

– Бындай төбәк операторҙарының өс үҙенсәлеге бар: устав капиталы түбән, штат һаны аҙ, төп фондтары ла бәләкәй. Ошо компаниялар арҡаһында бөтә реформаға тап төшөүе ихтимал. Губернаторҙарға был төбәк операторҙарының эшен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Һис юғында, был компаниялар менән килешеүҙәрҙе тарҡатып, конкурсты ҡайтанан үткәрергә кәрәктер, – тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Развожаев.


Уның әйтеүенсә, был фирмалар “сүп-сар реформаһы”на ҡулайлаштырып ойошторолған.
– Улар подряд килешеүе төҙөгән, әммә тейешле тәжрибәһе, етерлек хеҙмәткәрҙәре булмай тороп, нисек эшләргә, кеше менән мөғәмәлә итергә, коммуникациялы кампания алып барырға ниәтләйҙәрҙер, аңлашылмай. Ҙур шик тыуа, – тине Михаил Развожаев.


Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты доклад йомғаҡтары буйынса Рәсәй Хөкүмәтенә бер нисә тәҡдим ебәрҙе. Атап әйткәндә, йәмәғәтселәр контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырыу һәм уларҙы тәртиптә тотоу бурысын төбәк операторҙарына йөкмәтергә, ауыл ерендә хеҙмәттән файҙаланыу күләменән сығып түләүгә күсергә тәҡдим итә.




Вернуться назад