Якубовичтың бүләге Петровскийға киткән06.03.2019
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Олеся Костина былтыр сентябрҙә “Мөғжизәләр яланы” телеуйынында еңгәйне. Үҙе отҡан теген машинаһын ул шунда уҡ Петровский балалар йортона бүләк иткән.

Ике бала әсәһенең изге ғәмәле тураһында ирекмәндәр социаль селтәрҙә хәбәр иткәс кенә белеп ҡалдыҡ. Теген машинаһын ирекмәндәр учреждениелағы ҡул эштәре түңәрәгенә тапшырған. Балалар йорто етәкселеге Олесяға бүләк өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Олеся Костина журналистар менән әңгәмәһендә әйтеүенсә, бындай ғәмәл ысын күңелдән, саф йөрәктән башҡарылған, шуға күрә уның тураһында барыһына ла белдереүҙең кәрәге юҡ.

– Ирекмән дуҫтарым байтаҡ. Уларҙың эше, проблемалары, балаларға ғәҙәти тормошҡа яраҡлашыуҙа ниндәй ярҙам күрһәтеүҙәре тураһында беләм. Балалар йортондағы оҫтаханала теген машинаһы берәү генә ине, шуға ла үҙемдекен унда тапшырҙым, – тине ул.






Вернуться назад