Яуыз уйы барҙыр февралдең...06.03.2019
Донъялағы төрлө тура килеүҙәргә, сихри, мөғжизәле ваҡиғаларға ышаныусанбыҙ. Һәр кешенең быға үҙ ҡарашы бар. Ғаләм һәм төрлө фәндәр өлкәһендә генә түгел, әҙәбиәт, мәҙәниәт тарихында ла ғәжәп хәлдәр осрай.

Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 42 йыл элек: “...Ышанмағыҙ февраль буранына, Бер яуыз уй юҡтыр уйында”, – тип яҙған. Был шағирҙың һуңғы ижад емеше булып ҡалған...

Быйылғы февраль ошо юлдар менән килешмәүен тағы ла ике ҙур шәхесте алып китеүе менән белдерергә теләне, ахыры. 17 февралдә Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты За­һир Суфиян улы Вәлитов, ә 20-һендә, Рәми ағай фанилыҡтан киткән көндә, СССР-ҙың, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова донъя ҡуйҙы. Тетрәндергес хәл бит. Нисек инде ышанмайһың февраль буранына?

Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ күркәм юбилей сараларын үткәрергә әҙерләнгәндә, бер-бер артлы премьералар сәхнәгә ҡуйылған мәлдә, ошо сәнғәт усағына 60 йылға яҡын ғүмерен биргән шәхестәр көтмәгәндә арабыҙҙан китеүе республика мәҙәниәте, театр коллективы өсөн ҙур һынау булды.

Ғөмүмән, илебеҙҙең театр сәнғәте был айҙа өс актерҙы юғалтты: Сергей Юрский, Заһир Вәлитов, Гөлли Мөбәрәкова...

Яуыз уйы барҙыр февралдең –
Күптән бындай ҡарҙар яуғаны юҡ,
Онотолғайны тәрән көрттәре.
Был йылды ла февраль дауайлашып,
Алып китте гүргә күптәрҙе...
Миҙгелдәрҙең ҡыҫҡа ғына айы
Бөйөк ғүмерҙәрҙе ҡыҫҡартты.
Яуыз уйы уның булмағас һуң,
Йөрәгемде ниңә һыҡратты?
Шәхестәрҙе ниңә юғалттыҡ?


Вернуться назад