Гөлирә кесе йәштән уҡыуға зирәклеге менән айырылып торған. Үрге Иҙрис тулы булмаған урта мәктәбен тамамлағас, ата-әсәһе уны Сибай гимназия-интернатына уҡырға ебәргән. Был уҡыу йортон яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға ингән. Бында ла һынатмай өлгөр ҡыҙ. Ҡулына диплом алғас, аспирантураға саҡыралар.
Ғилми эшен ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгендә Органик химия институтының түбән молекулалы биорегуляторҙарҙы синтезлау лабораторияһында башҡара. Ул тикшеренеүҙәрен вируслы ауырыуҙарға ҡаршы дарыуҙарҙы синтезлауға бағышлай. Эшен камиллаштырыу маҡсатында былтыр Финляндияның Юваскала ҡалаһында уҡып ҡайта.
Гөлирә Халиҡова үҙенең ғилми эшен республиканың йәш ғалимдары конкурсына тапшыра. 200-ҙән ашыу эш араһынан 30-ы һайлап алына. Йәш ғалимәнең хеҙмәтен комиссия юғары баһалай һәм грантҡа лайыҡлы тип таба. Бөгөн Гөлирә Мазһар ҡыҙы тарафынан эшләнгән ҡушылмалар биологик тикшереүҙәргә тест үтә. Ул тиҙҙән Бельгияла уҙасаҡ органик синтез буйынса XIII Бөтә донъя симпозиумында ҡатнашырға йыйына. Ҙур еңеүҙәре алда әле Гөлирәнең!
Салауат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ районы.