Матур йортта йәшәүе лә рәхәт06.03.2019
Йорттары күркәмлеге, зауыҡлығы менән айырыла.

Бөгөн республикала төҙө­лөш киң ҡолас менән бара, хатта баш ҡаланан йыраҡта урынлашҡан ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә лә был йәһәттән байтаҡ эш башҡа­рыла. Шуныһы ҡыуаныс­лы: төҙөүселәр күп ҡатлы йорттар ғына төҙөп ҡалмай, ә уның тирә-яғын төҙөкләндереп, балалар майҙансыҡтары, ял урындары, заманса скверҙар, парктар, автотуҡталҡалар ҙа булдыра.

Эште төҙөлөш материалдары һатыуҙан башлайҙар

“Ролстрой” төҙөлөш компанияһы — Октябрьский ҡалаһындағы төҙө­лөш индустрияһы алдынғыларының береһе. Ойошма бына оҙаҡ йылдар инде заманса, уңайлы торлаҡ йорттар, таунхаустар, үҙенсәлекле стил­дә­ге административ-коммерция биналары һала һәм һатыуға сығара.
Компания үҙенең эшмәкәрлеген 1993 йылда башлай. Иң элек төҙөлөш-биҙәү материалдарының күп йүнәлешле күмәртәләп-ваҡлап һатыу базаһын ойошторалар. Башта Башҡортостан буйынса сауҙа итһә­ләр, әкренләп селтәрҙе Татар­станға, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренә киңәйтәләр. 2007 йылдан предприятие ныҡлап торлаҡ төҙөү менән шөғөлләнә. Бөгөн, нигеҙҙә, Октябрьский ҡалаһы халҡына заманса, уңай­лы һәм, иң мөһиме, арзан йорттар һалалар.

– Хәҙер төҙөлөш баҙарында көнәркәшлек көслө, шуға ла бары көслөләр һәм уңғандар мораҙына ирешә ала. Ҡаты дәғүәселек шарттарында сифат менән генә алды­рырға мөмкин. Төрлөһөн төҙөйбөҙ. Йылдар дауамында үҙебеҙҙе ышаныслы хеҙмәттәш итеп күрһәтеүгә өлгәшеп, объекттарҙы ваҡытында тапшырабыҙ. Был иһә — коман­дабыҙҙың ихлас һәм күңел биреп эшләүе һөҙөмтәһе, – ти “Ролстрой” төҙөлөш компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Радик Хисмәтуллин.

Радик Хизбулла улы эшҡыуарлыҡ менән 1988 йылдан бирле шөғөл­лә­нә. Тәүҙә балалар кейеме тегеү буйынса кооператив ойоштора, тағы ла Ханты-Манси автономиялы округы буйынса транспорт хеҙмәте күрһәтә. Һуңыраҡ, 1993 йылда, төҙөлөш-биҙәү материалдарының күп йүнәлешле күмәртәләп-ваҡлап һатыу базаһын аса. Ә 2002 йылдан, “Ролстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры булараҡ, нефть һәм газ ятҡылыҡтарында сәнәғәт объекттары төҙөлөшөн алып бара.
Торлаҡҡа ҡытлыҡ кисергәндә...

Октябрьский ҡалаһы уңайлы һәм арзан торлаҡҡа ҡытлыҡ кисергән осорҙа, компания етәкселеге уның көнсығышында күп фатирлы йорттар һалырға ҡарар итә. 2007 йылдан алып әлегә тиклем “Граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү буйынса дөйөм Рәсәй программаһы” нигеҙендә объекттар төҙөй. Ошо маҡсатлы программа сиктәрендә йәмғиәт йөҙҙәрсә ғаиләне өр-яңы, яҡты, заманса торлаҡ менән тәьмин иткән дә инде.

Рәсәйҙәге бәләкәй ҡалалар үҙәгендә ҙур төҙөлөштәр һирәк алып барыла. Совет архитекторҙары төҙө­гән ҡаланың генераль планы компо­зи­цияһы һәм художество үҙенсәлеге менән айырылып тора. Тап шуға күрә “Ролстрой” Октябрьскийҙағы төҙө­лөш­тәрҙең үҙенә генә хас йөҙөн, архитектура стилен һаҡлап ҡалыуға ҙур иғтибар бирә. Компания төҙөгән яңы биҫтәләрҙең биҙәлешен дә, фатирҙарҙың ҡоролошон да башҡалар менән бутау мөмкин түгел.

Һәр проектта һәм планда төҙөүсе­ләрҙең һәм архитекторҙарҙың бай тәжрибәһе, өй туйлаясаҡ кешеләрҙең теләге, халыҡтың ихтыяжы иҫәпкә алына. Йорттарҙың эргәһендә бөтә кәрәкле инфраструктура объекттары — мәктәптәр, балалар баҡсалары, үҫеш үҙәктәре, поликлиникалар, спорт-һауыҡтырыу учреждениелары, сауҙа комплекстары, саф һауала ял итеү өсөн парктар, скверҙар бар. Яңы биҫтәләрҙә йәшәгәндәр өсөн алты мең квадрат метр майҙанды үҙ эсенә алған заманса баҙар комплексы сафҡа индерелгән. Бында һәр кемдең зауығына тура килгән аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көндәлек кәрәкле тауарҙар һатып алырға була.

Төҙөлөш компанияһы былтыр ҡаланың проблемалы 38-се биҫтәһен үҙләштерә башлаған. Бында 100 мең квадрат метр майҙанда эш башҡарыу бурысы тора.

Хеҙмәткәрҙәр ҙә, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт

Әйткәндәй, “Ролстрой” компания­һында 200 кешегә эш урыны булды­рылған. Хеҙмәт хаҡы юғары, ваҡы­тында түләнә. Бынан тыш, эш һөҙөм­тәләре буйынса, төрлө премиялар, социаль яҡлау саралары ҡаралған. Предприятиела эшселәргә ҡытлыҡ юҡ, бөгөн хатта эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр сиратҡа баҫҡан.

— Бөгөн ҡала урамдарын заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып төҙөлгән сағыу төҫтәге матур йорттар, архитектураһы менән үҙенә тартып торған биналар йәлеп итә, әлбиттә, бында беҙҙең компанияның да өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур, — ти генераль ди­ректор. — Киләсәктә лә был юҫыҡ­та эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итеп, һатып алыусыларҙың теләктәрен дә иҫәпкә алып, тағы ла күркәмерәк, уңайлыраҡ һәм, иң мөһиме, арзан йорттар төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Ә бының өсөн уңайлы шарттар бар, теләк һәм дәрт кенә булһын.

Төбәктең үҫешенә тос өлөш индергән эшҡыуарға һәм уның хеҙмәттәштәренә киләсәктә лә ошо юлда халыҡ, республика өсөн файҙалы эштәрен дауам итеүен теләйбеҙ. Эйе, улар төҙөгән йорттар төбәккә бик кәрәк.


Вернуться назад