Район етәксеһе ҡәләм оҫтаһын ҡотланы05.03.2019
Бөгөн республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Ильяс Такаловҡа - 65 йәш.

“Ильяс Исмәғил улы оҙаҡ йылдар район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин. – Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлек алып барған, район Советына депутат итеп һайланған, партияның район комитеты ағзаһы, урындағы башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булған.

Ильяс Исмәғил улы бөгөн дә төбәктең йәмәғәт эштәрендә, мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Такаловтар ғаиләһе – “Байыҡ” республика телевизион конкурсы еңеүселәре. Улар һоҡланғыс балалар тәрбиәләгән.

Ильяс Исмәғил улына һаулыҡ, ижади уңыштар һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйем”.

Хеҙмәттәшебеҙҙе беҙ ҙә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!


Вернуться назад