Быйыл Өфө тимер юл вокзалының төп бинаһын реконструкциялау дауам итә. Хөкүмәттә үткән “Транспорт сәғәте”ндә республиканың Транспорт һәм юл хәрәкәте дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, график буйынса подвалда һәм цоколь ҡаттарҙа эште дауам итеү, фасадты биҙәүҙе тамамлау ҡарала. 2020-2021 йылдарҙа 2-се һәм 3-сө платформаларҙы реконструкциялау планлаштырыла.
2017 йылда республика менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте араһында вокзалды яңыртыуҙың һуңғы этаптарын финанслау тураһында килешеү төҙөлгәйне. Уға ярашлы, грунтты нығытыу, һыу үткәргес, инженер селтәрҙәре төҙөү өсөн “Рәсәй тимер юлдары” – 842, республика 303 миллион һум бүлә.
Яңыртҡандан һуң вокзалдың халыҡты һыйҙырышлылығы өс тапҡыр артырға тейеш.