Быйыл хаҡлы ялдағылар менән бер рәттән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа социаль туризм буйынса программанан файҙалана ала, тип ишеткәйнем. Был ысынлап та шулаймы?
Артур НИЗАМОВ.
Өфө ҡалаһы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылға “Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” проекты раҫланды. Маҡсаты — төбәгебеҙҙә оло йәштәгеләр һәм инвалидтар туризмын үҫтереү. Быйыл социаль программала 6 000 самаһы кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Туристик путёвка алыуҙа уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Башҡортостан буйынса сәйәхәт итеүселәргә путёвка хаҡының — 70 (әммә 11 800 һумдан артмай), Рәсәй төбәктәре буйынса маршрутты һайлаусыларға — 50 (8 428 һумдан артыҡ түгел), сит илгә юлланыусыларға 30 проценты (5 057 һумға тиклем) субсидия рәүешендә бирелә. Коляскалағы инвалидтар, инвалид балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн, ҡайҙа барыуҙарына ҡарамаҫтан, 70 процент ташлама ҡаралған, әммә ул 11 800 һумдан ашмай.
Программала ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын алыусы 60 йәше тулған ир-ат һәм 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙ, инвалид тип табылған граждандар, балаларҙың һәм коляска ярҙамында йөрөүселәрҙең оҙатыусылары ҡатнаша ала.
Туристик путёвка алыу буйынса ғаризалар Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының район һәм ҡалаларҙағы бүлексәләрендә 20 июндән ҡабул ителә башлай. Ғариза менән бергә түбәндәге документтарҙың күсермәһе талап ителә:
- паспорт;
- пенсия кенәгәһе таныҡлығы (пенсионерҙар өсөн);
- инвалидлыҡты раҫлаған белешмәләр.
Коляскалағы инвалидтар һәм инвалид балалар ғаризала оҙатып йөрөтөүсеһенең исемен күрһәтергә, уның паспортының күсермәһен тапшырырға тейеш.