Өфөлә урам һепереүселәр етешмәй. Талап ителгән 2700 хеҙмәткәр урынына 853 кенә кеше эшләй.
Аптырағас, етәкселек торлаҡ-коммуналь хужалыҡта иҫәпләнгән слесарь-сантехниктарҙы, балта оҫталарын, сүп-сар йыйыусыларҙы, подъезд йыуыусыларҙы ошо эшкә йәлеп итә икән. Бының өсөн, әлбиттә, уларға премия яҙыла.
Ул арала баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин март айында йорттарҙың ҡыйыҡ баштарына ныҡлы иғтибар итергә, уларҙы ваҡытында ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартырға ҡушты.
Ихатаны тәртиптә тоторға кеше етешмәгәндә был бурыстарҙы кем атҡарыр һуң? Һуңғы аҙнала ғына Өфөлә ике кешегә һәм дүрт автомобилгә ҡыйыҡтан ҡар шыуып төшөп зыян килтерҙе бит.