Һәр әсә миҙалға лайыҡ05.03.2019
Бөгөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған күп балалы әсәләргә лайыҡлы бүләк – “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. Был сараның иң күркәм байрамдарҙың береһе – 8 Март алдынан үткәрелеүе үҙе үк символик әһәмиәткә эйә.

Наградаға биш һәм унан күберәк балаларға әсә булған хәстәрлекле, яуаплы, уңған, сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө булып торған ҡатын-ҡыҙҙар тәҡдим ителә.

Был юлы республиканың төрлө ҡала һәм районынан килгән 45 әсә араһында йорт хужабикәләре, инженерҙар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл эшсәндәре һәм башҡа һөнәр эйәләре бар ине. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров:
– Һеҙ – беҙҙең республиканың алтын фонды. Айырым ғаиләнең генә түгел, ә тотош төбәктең, илдең именлеге һеҙҙең хеҙмәткә бәйле. Юҡҡамы ни төрлө ваҡыттарҙа тап Герой-әсә образы мөмкин булмағанды эшләргә дәртләндергән. Ғөмүмән, халҡыбыҙ мәҙәниәтендә ҙур ғаилә бәхет һәм яҙмыш бүләге тип һанала, – тине.


Бөгөн республикала 46 мең күп балалы ғаилә бар, уларҙа 205 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Һис шикһеҙ, ил өсөн лайыҡлы алмаш үҫтереүсе һәр әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ. Ғөмүмән, был награда донъяла ниндәй генә ҡаҙаныштар булмаһын, әсәлек бурысын үтәү тормоштағы иң лайыҡлы һәм маҡтаулы ғәмәлдәрҙең береһе икәнлекте таныу ул.


Вернуться назад