Сибай таҙалыҡ яҡлы05.03.2019
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә сибайҙар ҙа әүҙем тотондо.

Сибай ҡала хакимиәтенең муниципаль контроль секторы мөдире Гөлнара Закирова белдереүенсә, әле ҡалала сүп-сар ваҡытында йыйыла һәм алып кителә. Ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы боҙолғаны күҙәтелмәй, шунлыҡтан тулып ултырған контейнерҙар юҡ. Был хеҙмәттәр өсөн һәр кешенән 70 һум аҡса тотола. Әгәр ҙә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа икән, халыҡ Төбәк операторы офисына бара. Бар мәғлүмәттәр “Сибайский рабочий” гәзите аша халыҡҡа еткерелә.

Сибайға яҡын урынлашҡан ҡасабаларҙа сүп-сар сығарыу эше ойошторолған, график билдәләнгән. Бында йәшәүселәр контейнер ҡуйыу урынын үҙе һайлай.

— Һәр башланғыс халыҡ тарафынан төрлө һорауҙар менән ҡабул ителеүенә бәйле, Сибайҙа ла был йәһәттән аңлашылмаусанлыҡтар булыр. Әммә беҙ уларға сүп-сарға йыйылған аҡсаның ниндәй маҡсатта тотонолоуы хаҡында аңлатабыҙ, халыҡтың экологик белемен күтәрәбеҙ. Сибай таҙа һәм матур ҡала булыуына ышанысыбыҙ ҙур, — ти Гөлнара Закирова.



Вернуться назад