Балалар Еңеү тарихын яҙа05.03.2019
Быйыл 9 марттан Башҡортостанда “Еңеү тарихы” тип аталған республика патриотик акцияһы башлана.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арнала. Маҡсаты – һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү. Һөҙөмтәлә “Еңеү тарихы” тип аталған республиканың берҙәм видеоархивы булдырыласаҡ.

Акцияла 8-11 класс уҡыусылары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары ҡатнашасаҡ. Улар видеоға ветерандарҙы һәм уларҙың яҡындарын төшөрә, уларҙан интервью ала һәм ойоштороу комитетына тапшыра. Артабан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре был яҙмаларҙан ҙур фильм яһаясаҡ. Халыҡ уны 9 Май көнө телевизор аша ҡарай аласаҡ.

Сараны ойоштороусылар – республиканың Мәғариф, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан” ДТРК. Акцияға башланғыс биреүселәрҙең береһе – төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова.




Вернуться назад