Яратҡан эш ялҡытмай08.06.2012
Ғүмер көҙөндә үҙ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә булыу, уларҙың иғтибарын тойоу — һәр кемдең оло теләге. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа ҡартлыҡ көнөн яңғыҙлыҡта үткәреүселәр ҙә бар. Баҡалы районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге хеҙмәткәрҙәре ундайҙарҙы ярҙамынан өҙмәй. Мәҫәлән, Наталья Булыгина ошо мәрхәмәтле эште 12 йыл күңел йылыһын һалып башҡара.

Ахман ауылында йәшәүсе оло йәштәге алты ҡатын-ҡыҙ Наталья Григорьевнаны һәр саҡ һағынып көтөп ала. Ярҙамсыһыҙ ҡалған ололарҙың барыһы ла 75 йәште үткән.
— Ғүмер үтеп барған һайын иғтибар, хәстәрлек күберәк кәрәк була башлай, — ти 84 йәшлек Тамара Ильина, социаль хеҙмәткәргә рәхмәт белдереп. — Бер балам бар ине, ваҡытһыҙ вафат булды. Яңғыҙыма бигерәк яманһыу, күңелһеҙ, ә Наташа ҡыҙым килеп инһә, өй яҡтырып китә. Ул барлыҡ йорт эшен етеҙ генә башҡарып та ҡуя.
Үҙе ҡараған ололарға аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауары, рецепт буйынса дарыуҙар алып ҡайтыу, коммуналь хеҙмәт өсөн түләү, өйҙө йыйыштырыу, һыу ташыу, ҡыш утын индереү — социаль хеҙмәткәрҙең төп бурыстарының бер өлөшө генә.
— Ярҙамға мохтаж инәйҙәр мине үҙ ҡыҙҙары кеүек күрә. Ялда ла, отпуск мәлендә лә саҡыртып алалар. Һәр береһенә аҙнаһына өс тапҡыр барырға тейешмен, ауырып китһәләр, йышыраҡ инеп сығам. Хеҙмәтең ауыр, ти күптәр, ә мин үҙ бурысымды күңел биреп башҡарам. Яратҡан эш һис ялҡытмай, — ти Наталья.
Йортта социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе мөдире Алиса Латипованың әйтеүенсә, Наталья Григорьевна эшендә өлгөлө һәм хәстәрлекле хеҙмәткәр булһа, тормошта ул — гөрләтеп донъя көткән хужабикә. Оло йәштәгеләрҙең йортон йыйыштырырға ла, үҙенекен һәр саҡ тәртиптә тоторға ла өлгөрә. Ире Виталий Булыгин менән ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ике балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары менән улдары хәҙер үҙаллы тормош көтә.
Лира ГӘРӘЕВА.
Баҡалы районы,
Ахман ауылы.


Вернуться назад