Өфө эргәһендә ҡайҙа, ҡасан ҙур болидтың төшөүе теркәлгән, был хәл нисек булған? 1930 йылдың апрелендә “Красная Башкирия” гәзите ошо ҡыҙыҡлы ваҡиға тураһында яҙған. Уҡыусыларыбыҙҙы Башҡортостан Милли архивынан материалдар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
“30 мартта Мәскәү ваҡыты менән 23 сәғәт 30 минутта Авдон ауылы янында көньяҡтан төньяҡҡа табан ҙур болид осоп үтте”, – тиелгән гәзиттә 1930 йылдың 3 апрелендә. Билдәләнеүенсә, “осош барышында тирә-яҡҡа сағыу зәңгәрһыу яҡтылыҡ һибелгән”.
Баҫмала фаразлауҙарынса, “метеорит Өфө эргәһендә төшкән булырға тейеш, сөнки яҡтылыҡтан һуң ике-өс минут үткәс, күк күкрәүен хәтерләткән гөрһөлдәү ишетелгән”.