Бәйгеләрҙә ул үҙен Салауаттай хис итә...Тал сыбығын ат итеп атланып, урамдаш малайҙары менән саң туҙҙырып уҙышып йөрөгәндә үк бәләкәй Винаристың күңелендә сәм осҡоно тоҡанғандыр. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән” тигән мәҡәл дә тап уға ҡарата әйтелгәндәй. Атаһы һабантуй бәйгеһендә беренселек яулай ине. Улар тиҫтерҙәре менән тәүгеләрҙән булып һабантуйға ат сабышын индергәйне, башлап һигеҙ сапҡынсы саптарҙарын ярыштырғайны. Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы егеттәре тәүәккәллектә шулай алдыра килә. Унан һуң атай данын оло улы Айгиз яҡланы – тәғәйен араны ҡоштай елеп осто. Тора-бара ат “ене” Винарисҡа ла ҡағылды.
Вадим улдарын өс йәштән атҡа ултыртты. Ат ялына сат йәбешкән бәләкәй “талпандар”ҙы күреп, атай кеше бер ҡыуанһа, әҙәмдән юғары бейеклек яулаған уландар был мәлдә икеләтә шат ине. Башҡорт ҡаны ҡайнаған йөрәктәргә йүгәнле ат ҡото тәрән тамырҙар ебәрҙе.
– Атайым иҫ белгәндән алып ат тотто. Ат һуғарыр өсөн ағайым менән сиратыбыҙҙы көтөп ала торғайныҡ. Мин бер көн дә атһыҙ йәшәй алмаҫмын кеүек. Бәйгелә үҙемде милли батырыбыҙ Салауаттай хис итәм, яугир ата-бабам рухы терелгәндәй... Ҡулдарҙа ҡылыс ҡына юҡ. Ат өҫтөндә башҡортлоғом уяна, үҙенән-үҙе күңел йырлай башлай. Атылған уҡ тиҙлеге менән финишҡа ынтылаһың... – Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, ысынлап та, Винаристың күҙҙәре осҡонланып китә, йөҙөнә милли асылы бәреп сыға. Эйе, Винаристай егеттәргә ил киләсәген ышанып тапшырырға була, тип эстән генә һөйөндөм.
Винарис Вәлиевтең тәүге еңеүе район һабантуйында Арзамас ҡушаматлы атта 13 йәшендә була. Артабан 2016 йылда Ҡараты менән Әбйәлил һабантуйында 13 саҡрым араны үтеүҙә икенсе урын яулай. Үҙҙәре тәрбиәләгән Гранд ҡушаматлы аты менән 2017 йылда Өфөлә ойошторолған республика ат сабышында икенселеккә өлгәшә. Шул йәйҙә ошо толпары ярҙамында Әбйәлил районы бәйгеһендә беренселеккә сыға. Азур исемле аты 13 саҡрымды икенсе булып үтә. Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында үткән ярышта өсөнсө урынды яулай.
– Үтеләсәк дистанцияла ҡырҡа боролоштарҙың күп булыуы атыма ауыр бирелде. Шунлыҡтан беҙ өсөнсө урынға ғына сыҡтыҡ, – тип һөйләгәнендә әңгәмәсемдең йөҙөнә моңһоу сатҡылар ятты.
Быйыл Ҡоҙғон-Әхмәрҙә барған ҡышҡы сана ярышында Ҡарат тәүге урынды бер кемгә лә бирмәй. “Ялҡын” ҡушаматлы яңы өйрәтелгән арғымағы ла финишҡа иң тәүге булып килеп инә.
Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Винарис Вәлиев ауылдарында йылҡысылыҡты үҫтереү менән шөғөлләнгән Рим Абдуллин, Дамир Солтанов кеүек булырға теләй. Үҙенең киләсәген ошо өлкәлә генә күрә. Эшҡыуар Нәжиә Динислам ҡыҙы тарафынан йәштәрҙе эскелектән, насар ғәҙәттәрҙән йолоп ҡалыу маҡсатында ойошторолған төрлө ярыш, конкурстарҙың әһәмиәтен юғары баһалай йәш кеше. Нәжиә Вәлиева Винарисҡа ла бәйгеләргә әҙерләнеүҙә даими ярҙам күрһәтә.
Әллә күпме финиш һыҙыҡтарын яулаған Винаристан бәйге барышында осраған көтөлмәгән хәлдәр хаҡында ла һораштым.
– Яҡтыкүлдә ярыш алдынан ғына танышҡан Орликка атланғайным. Старт бирелеүе булды – атым күҙ асып йомғансы мине ергә күтәреп һуҡты ла ҡуйҙы. Хайуанҡай ҙа теҙгенен ят ҡулдарға тотторғоһо килмәгәндер инде... Беҙ бит бәйге алдынан аттарыбыҙҙы күңел һалып тәрбиәләйбеҙ, ашатабыҙ, еңел булһын өсөн ағын һыуҙа яҡшылап йыуабыҙ. Малҡайҙар ҙа алдан белә бит ул бәйге буласағын. Көй яңғырау менән баҫҡан урындарында бейергә тотоналар, йөрәктәре дөпөлдәй башлай. Ҡайһы бер аттар үҙенең алдына башҡаларҙы сығармаҫ өсөн йә атты, йә ярышсыны тешләп ала, ҡаршылыҡ күрһәтә. Бәйгеселәр тарафынан да мутлашыуҙар осрап ҡуя: элек ат тояҡтарына ҡаҙаҡ ҡаҡҡандарын ишеткәйнем, ә хәҙер ҡайһы берәүҙәр ат моронона һуғып ҡалмаҡсы... Ҡайһылай булһа ла ғәҙел ярыш яҡлымын.
Бәйгенән һуң аттарҙы яндырмау мөһим. Сабыштан туҡтағас, һыу эсермәйбеҙ, атлатып йөрөтөп һыуындырабыҙ. Ҡатай ырыуы йыйынында атта көйө ҡул көрәштерҙек. Уны Ҡатай көрәше тип атайҙар. Боронғо йолабыҙҙың тергеҙелеүе ҡыуаныслы. Алты дәғүәсене еңергә – аттан ҡолатып төшөрөргә кәрәк. Был көрәштә беренсе урын яулап, туғандарымды һөйөндөрҙөм, – тип ихлас әңгәмә ҡорҙо бәйге батыры.
Эйе, әле үк төрлө ярыштарҙа ҡанат нығытҡан егетебеҙ тормош бәйгеләрендә лә һынатмаҫ. Яулар фиништарың күп булһын, яңы еңеүҙәреңде ишетеп, беҙ ҙә һинең менән бергә шатланырбыҙ, Винарис!