Сибайҙың йәш таланттары Мәскәүгә юллана05.03.2019
Бөгөн Сибайҙың бер төркөм йәш таланттары илебеҙҙең баш ҡалаһына барыу өсөн Өфөгә юлға сыҡты. Улар Мәскәү ҡалаһында ике көн буласаҡ, шулай уҡ башҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойоштороу ҡаралған. Йәш сибайҙар Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән дә осрашасаҡ.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың саҡырыуы буйынса, Мәскәүгә юлланған балалар Башҡортостандың 100 йыллығы сиктәрендә үткәрелгән “Башҡортостанда тыуғандар” исемле байрам сараһында ҡатнашасаҡ. Бөтә донъя Музыка йортонда Башҡортостанда тыуып-үҫкән, әле бөтә донъя сәхнәләрен яулаған мәшһүр яҡташтарыбыҙҙың концерты үтә. Сибай уҡыусылары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Дилара Иҙрисова һәм башҡа таланттарҙың сығышын ҡараясаҡ.

Мәскәүгә барыусы уҡыусыларҙың барыһы ла ҡаланың өҫтәмә белем биреү мәктәбендә шөғөлләнә. Мәҫәлән, Яна Моғатарова биш йыл һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡый, быйыл ҡулына диплом аласаҡ ҡыҙ Мәскәүҙең Третьяков дәүләт галереяһын күреү теләге менән яна. “Рус рәссамдарының картиналарын үҙ күҙҙәрем менән күргем килә”, — ти ул. Ә бына ун йәшлек Илгизәр Биктимеров Сибай сәнғәт мәктәбенең хореография класында шөғөлләнә. Буласаҡ бейеүсе төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәрен яратып башҡара. Илгизәр күп тапҡыр Бөтә донъя һәм республика конкурстары лауреаты.

— Рәсәй Президенты Путинды һәм депутаттарҙы күргем килә. Нисек икән улар? — тип йылмая ул – Әлбиттә, Ҡыҙыл майҙанды күреү – иң ҙур хыялым!


Сибайҙың буласаҡ сәнғәт “йондоҙҙары” ҡаланың сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Баянова оҙатыуында бара.


Вернуться назад