Йәшәү хаҡы иҫәпкә алына05.03.2019
Пенсияға даими өҫтәмә биреп торған индексация һәм ай һайын аҡсалата өҫтәмә түләү артабан йәшәү минимумы буйынса башҡа­рыласаҡ, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Пенсия фонды.

Был өҫтәмә пенсияның ағым­дағы күләменә һәм айлыҡ аҡса­лата тү­ләү­гә ҡарап түгел, ә пен­сионерҙың дөйөм килеме­нә ҡарата, йәғни төрлө социаль өҫтәмәләрҙе лә иҫәпкә алып биреләсәк икән.

Пенсия фондының мәғлү­мәт­тәренә ҡарап, быны аны­ғыраҡ та бе­лергә мөмкин: “Ҡа­нуниәткә үҙгәреш индереү тәүҙә пенсио­нер­ҙың дөйөм килемен йәшәү минимумына етке­рергә, ә һуңы­нан пенсияға индексация яһарға форсат тыуҙырасаҡ. Шулай итеп, индексация һөҙөмтәһен­дәге өҫтә­мә теге йәки был төбәктәге йәшәү ми­нимумынан юғарыраҡ буласаҡ”.

Әлеге ваҡытта һәр индексациянан һуң социаль йүнә­лешле өҫтәмә түләү пенсионер­ҙың йәшәү минимумына саҡлы пропорциональ рәүештә кә­метелә. Һөҙөмтәлә пенсияға өҫтәмә йә бөтөнләй юҡ, йә пенсионер көт­кән­дән аҙыраҡ булып сыға. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйы­лышҡа быйылғы Мөрә­жәғәт­намәһендә лә әйтеп үткәйне. Президент ошо ғәҙел­һеҙ­лекте бөтөрөргә ҡушты.

Күптән түгел Владимир Путин Профсоюздар федера­цияһы етәк­сеһе Михаил Шмаков менән осраш­ҡанда был хәлде “манипуляция кеүек күренә” тип атағайны. Вице-премьер Татьяна Голикова тиҙҙән ошо туралағы ҡану­ниәткә тейешле үҙгәрештәр индерелә­сәген әйтте.


Вернуться назад