Иң мөһиме – тарихи хәҡиҡәт05.03.2019

Башҡортостан тарихы – Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры Ирек Аҡмановтың хеҙмәттәрендә.

Билдәле тарихсы, юғары уҡыу йорто педагогы һәм Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры Ирек Ғайса улы Аҡманов 1933 йылда Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районындағы Рыҫҡол ауылында ХХ быуаттың 20 – 30-сы йылдарында районда мәктәптәр асыуға һәм уҡытыусы кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалған күренекле шәхес, ауыл уҡытыусыһы Ғайса Ғәлиәхмәт улының ғаиләһендә тыуған.

Аҫаба халыҡҡа арналған яҙмалар

Байыш ете йыллыҡ мәктәбендә һәм Ырымбур педагогия училище­һында белем алғандан һуң ул 1957 йылда Мәскәү дәүләт универси­тетының тарих факультетын отличие менән тамамлай. Ошонда уҡ аспирантурала һәм докторантурала уҡый, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1957 йылдан әлегә тиклем Ирек Аҡманов Башҡорт дәүләт университетында эшләй. Бында ул кафедраның өлкән лаборантынан алып профессорға тиклем хеҙмәт юлы үтә: тарих факультеты деканы, Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире, ошо уҡ кафедра профессоры, Рәсәй тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтар менән эшләү кафед­раһының профессор-консультанты, Башҡорт дәүләт университетының баш ғилми хеҙмәткәре.
Профессор Ирек Аҡманов Башҡортос­тандың һәм Рәсәйҙең күренекле тарихсы-тикшеренеү­селәре иҫәбенә инә. Уның ХVI – XVIII быуаттарҙа Башҡортостандың сәйәси һәм социаль-иҡтисади тари­хындағы мөһим дәүерҙәргә арналған бик күп ғилми хеҙмәттәре донъя күрҙе.

Башҡортостандың Рус дәүлә­тенә ҡушылыуы – Рәсәй тарихында ғәйәт ҙур ваҡиға. Ошо мөһим проблеманы өйрәнгәндә Ирек Ғайса улы, башҡорттар Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылып ҡына ҡалмаған, ә быны килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырған, тигән һығымта яһай, шуға күрә был ваҡиғаның мөһимлеген һәм әһәмиәтен айырып билдәләргә кәрәк, сөнки ул Рус дәүләтенең Башҡортостанға ҡарата алып барған сәйәсәтенең үҙенсә­лектәрен асыҡлау мөмкин­леген бирә.

Батша власы башҡорттарға киң автономия бирә. Был иң элек уларҙың бөтә ер билә­мәләрен – дала, тау, урман, һыу һәм ер аҫты байлыҡтарын аҫабалыҡ хоҡуғында баш­ҡорт­тарға ҡалдырыуына ҡорола. Урындарҙағы (улыстарҙағы) власҡа һәм төп халыҡтың диненә ҡарата ла ошондай уҡ сәйәсәт иғлан ителә. Урындағы власть башҡорт феодалда­рының юғары ҡатламы, йәғни бейҙәр, кенәздәр, тархандар, старосталар, ҡулында ҡала. Ҡазанда булған һөйләшеүгә тиклем үк Рус дәүләтенә ҡушылыу тәҡдиме менән Башҡортостанға килгән батша илселәре башҡорттарға “... һәр кем үҙ динендә ҡалһын, үҙ йолаларын һаҡлаһын” тип белдерә.

Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Бөрйән һәм Тамъян ырыуҙарының дөйөм шәжәрәһендә лә батша хөкүмәте­нең башҡорттарға киң автономия вәғәҙә итеүе раҫлана: рус влас­тары менән “... указлы грамота төҙөп, унда еребеҙ, динебеҙ тураһында айырым яҙҙыҡ, ислам динендәге башҡорттарҙы бер ҡасан да бүтән динде тоторға мәжбүр итмәҫкә һүҙ бирҙеләр, ант иттеләр”. Күренеүенсә, Рус хөкүмәте тормошсан мөһим мәсьәләләрҙә башҡорттарға һис ҡаршы килмәй. Ошондай шарттарҙа башҡорттар үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыу тәҡдимен ҡабул итә. Улар үҙҙәрен Рус дәүләте подданный­ҙары тип таный, хәрби хеҙмәт итергә, яһаҡ түләргә һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәргә ризалаша.

Профессор Ирек Аҡмановтың хеҙ­мәттәрендә Башҡортостандың шул дә­үерҙәге социаль-иҡтисади мөнәсәбәттәре ентекле тикшерелә. Тарихи материалдар нигеҙендә ул башҡорттарҙа төп шө­ғөлдәргә ярым күсмә малсылыҡ, солоҡсолоҡ һәм һунарсылыҡ инеүен асыҡлай. Урта Волга буйынан һәм үҙәк өйәҙҙәрҙән күсеп килгән крәҫтиәндәр иң элек игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Аҫаба халыҡ менән күскенселәр араһындағы мөнәсә­бәттәр яҡшы булған. Бындай бәй­ләнештәр бөтә төбәктә хужалыҡты үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаған. Башҡорттарҙа әкренләп игенселек, ә күсеп килгән крәҫтиәндәрҙә иһә малсылыҡ һәм һунарсылыҡ әүҙемләшкән.

Төп этәргес көс

Шул уҡ ваҡытта Рус дәүләтенең төбәктәрҙәге сәйәсәте даими үҙгәреп торған. XVI быуаттың икенсе – XVII быуаттың тәүге яр­тыһында ул башҡорттарҙың Рә­сәйгә ҡушылыуы тураһындағы килешеүгә тап килһә, XVII быуат уртаһынан батша хөкүмәте иғлан ителгән йүнәлештән асыҡтан-асыҡ тайпылған, башҡорт ерҙәрен үҙе нисек теләй, шулай файҙалана башлаған. Аҫаба башҡорттар менән килешмәйенсә төбәктә һәр ерҙә ҡәлғәләр һалған. Төньяҡ-көнбайышта, атап әйткәндә, 1645 йылда Ҡазан даруғаһындағы башҡорт ерҙәрендә батша власы Минзәлә ҡәлғәһен, 1651 – 1655 йылдарҙа Белый Яр, Ерекле, Тиинск, Биләр, Яңы Шишмә, Кисуй һәм Зәй ҡәлғәләрен үҙ эсенә алған Кама аръяғы һыҙығын төҙөгән.

Шул осорҙа Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Себер юлы башҡорттары ерендә Иҫәт, Ҡатай, Мехонский, Красногорский, Масленский, Колчеданский ҡәлғәләре, шулай уҡ Шадринск, Терһәк, Арамиль, Крутихинский, Усть-Миәс, Окунев, Чумляк, Теча, Багаряк, Барневский, Пещанский кеүек нығытылған ауылдар (асылда иһә ҡәлғәләр) барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта башҡорттар ғәйәт ҙур ер май­ҙандарын юғалтҡан. Бындай шарттарҙа улар Өфө воеводаһы һәм Мәскәүҙәге Ҡазан приказы судьялары исеменә үтенестәр ебәреп, ерҙәрен һаҡлап ҡалырға тырышҡан. Әммә был мөрәжәғәттәр батша власының ер сәйәсәтен үҙгәртмәгән.

Яуап итеп аҫаба халыҡ ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған. Ихтилалдар тоҡанып киткән. Улар XVII – XVIII быуаттар дауамында, 10-15 йыл һайын (1645, 1662 – 1664, 1681 – 1684, 1704 – 1706, 1707 – 1708, 1709 – 1711, 1735 – 1736, 1737 – 1738, 1739 – 1740, 1747, 1755 – 1756 йылдар) ҡабатланып торған. Әйткәндәй, тарихсылар бындай күтә­релештәрҙе “донъя тарихи феномендары”на индергән. Ихтилалдарҙы феодалдар етәкселегендәге аҫаба башҡорттар ойошторған.

Башҡортостан биләмәһенә сит­тән күсеп килгән рус һәм башҡа милләт крәҫтиәндәренең урындағы халыҡҡа мөнәсәбәте үҙгәреп тор­ған. XVII һәм XVIII быуат башын­дағы хәрәкәттәрҙә улар баш күтә­реүселәр яғында булған. Әммә XVIII быуаттың 30–50-се йылдарында улар властың союздашына әүе­ре­леп, халыҡ хәрәкәтен баҫ­тырыуҙа ҡатнашҡан. Был иһә хөкүмәттең Башҡортостанды киң колониялаш­тырыуға йүнәлеш алып, башҡорт ерҙәрен дворяндарға, стрелец­тарға, күскенсе крәҫ­тиәндәргә тарата башлауы менән аңлатыла.

Күтәрелештәрҙең төп этәргес көсөн – аҫаба башҡорттар, етәк­селәрен иһә, башҡорт йәмғиәтенең тәжрибәле вәкил­дәре булараҡ, феодалдар тәшкил иткән. Рус дәүләтенә ҡушылғанда тапшы­рылған батша Иван IV хоҡуҡ грамоталары ихтилалдың үҙенсәлекле идеологик нигеҙенә әйләнгән. Асылда улар батша хөкүмәте менән башҡорттар араһындағы килешеү­ҙәрҙе сағылдырған. Үҙҙәренең ихтилалдарын башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын һаҡлау сараһы тип ҡараған.

Дөйөм хәлгә һәм хөкүмәттең төбәктәге сәйәсәтенә бәйле баш күтәреүселәрҙең талаптары, йәғни XVII – XVIII быуат ихтилалдарының программалары үҙгәреп торған. XVII быуатта һәм XVIII быуат башында, хөкүмәт Башҡортос­танда Иван IV иғлан иткән сәйәсәтте тормошҡа ашыр­ғанда, улар төбәктә килешеү шарттары сәйәсәтен һаҡлауға өлгәшкәндәр. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында иһә Рус батшалығы, башҡорттар менән төҙөгән договорҙың төп шарттарын үтәүҙән тайпылып, милли-колониаль сәйәсәт үткәрә башлағас, баш күтәреүселәр рус подданныйлығынан баш тартҡан. Ихтилал програм­маһы милли-азатлыҡ һыҙат­тарын алған.

Шулай итеп, башҡорттарға тапшырыл­ған батшаның хоҡуҡ грамоталары, авторҙың фе­керенсә, яҡтар араһындағы үҙенсәлекле килешеү-договор булған. Көньяҡ-көнсығыштағы ҙур дүрт ырыуҙың шәжәрә­һендә башҡорттар менән Рус дәүләте араһындағы үҙ-ара мө­нәсәбәттәр тураһында документ төҙөлөүе хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтелгән. Уларҙа һөйләшеүҙәрҙең асылы сағылдырылған, яҡтарҙың бер яҡлы тәртиптә документтың йөкмәткеһен үҙгәртергә тейеш түгеллеге, киле­шеүҙең ике данала төҙөлөүе, рәсми китапҡа был турала яҙыу инде­релеүе, ике яҡтың да вәкилдәре тарафынан уға ҡул ҡуйылыуы, бер дананың башҡорт илселәренә тапшырылыуы бил­дәләнгән.

Шәжәрәләрҙә ул документтың әле булһа башҡорттар ҡулында икәнлеге телгә алына. Күренеүенсә, документ батшаның хоҡуҡ гра­мотаһы тип аталһа ла, асылда башҡорттар менән Рус дәүләте араһында һөйләшеүҙәр барышында үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында договор төҙөлә. Тимәк, XVI бы­уаттың 50-се йылдарында Ҡазан ханлығында, Нуғай урҙаһында, өлөшләтә Әстрхан һәм Себер хан­лыҡ­тарында йәшәгән башҡорттар килешеү-договор нигеҙендә үҙ ирке менән рус подданныйлығын ҡабул иткән.

Ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау, дин тотоу азатлығы, урындағы властың улыс старосталары етәк­селегендәге феодал­дарҙа ҡалыуы, улыстарҙа, “даруға”ларҙа йәшә­гәндәргә, ғөмүмән, бөтә халыҡҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе йыйылып һөйләшеү, рус дәүләт власына – Өфө воеводаларынан алып бат­шаға тиклем – мөрәжәғәт итеү өсөн үҙе теләгәндә йыйын үткәреү был ғәмәлдең төп шарттарын тәшкил иткән. Башҡорттарҙа биләмәләрҙә әүәлгесә улыстарға һәм “даруға”­ларға административ бүленеш һаҡланып ҡалған. Хөкүмәт уларға киң автономия биргән. Рус дәүләте иһә ошо күп һанлы халыҡты үҙ ҡарамағына йәлеп итеү сараһын күргән.

Ошо рәүешле договор нигеҙендә башҡорттар киң автономия алған, аҫаба халыҡҡа әүерелгән, ә Рус дәүләте, үҙ сиратында, күп һанлы ҡаһарман рухлы халыҡ йәшәгән, тәбиғәт ресурстарына бай биләмә­ләргә эйә булған.

Бәхәсле мәлдәрҙең асылы

Профессор Ирек Аҡманов Рәсәй күләмендәге тағы ла бер мөһим проблемаға – XVII – XVIII быуат­тарҙағы башҡорт ихтилалдары тарихына ҙур иғтибар бирә, сөнки был күтәрелештәрҙе өйрәнмәй тороп, Башҡортостан, шулай уҡ тотош Рәсәй тарихын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Революцияға тиклемге байтаҡ тарихсыларҙың да был ваҡиғаларға дөйөм ҡыҙыҡ­һыныу белдереүе осраҡлы түгел­дер. Улар араһынан билдәле Рәсәй тарихсылары Р.Г. Игнатьев, А.А. Дмитриев һәм А.И. Добросмыслов ҡына башҡорт ихтилалдары тарихы буйынса ҙур булмаһа ла тарихи эштәр яҙып ҡалдырған.

Был тема буйынса төп эш совет осоро тарихнамәһендә башҡа­рылған. 20–30-сы йылдарҙағы авторҙар, шул иҫәптән Ленинград, Мәскәү тарихсылары, башҡорт күтәрелештәрен батша хөкүмәте­нең иҙеү сәйәсәтенә ҡаршы ха­лыҡтың көрәше, Рәсәй тарихын­да­ғы ҙур һәм ыңғай ваҡиға тип ба­һалаған. Әммә ХХ быуаттың 40-сы йылдарының икенсе һәм 50-се йылдарының тәүге яртыһында, шәхес культы шарттарында СССР-ҙа тарих фәнен сәйәсиләштереүгә бәйле, ил тарихындағы ҡайһы бер социаль-сәйәси мәсьәләләр ҡайтанан ҡарала башланы.

ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1945 йылғы “Башҡорт партия ойошма­һында агитация-пропаганда эше­нең хәле һәм уны яҡшыртыу саралары тураһында”ғы ҡарарында республика тарихсыларының үткән ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙағы етеш­һеҙлектәре, урындағы феодал­дарҙы идеаллаштырыу тураһында әйтелгән.

ВКП(б)-ның 1952 йылдың ок­тябрендә үткән ХIХ съезында Азербайжан коммунистар партияһының беренсе секретары Багировтың сығышында Шамил етәкселеген­дәге Төньяҡ Кавказ халҡы кө­рәшенә, милли-азатлыҡ хәрәкәте булараҡ, хаталы баһа бирелеүе телгә алынған. Бындай партия акциялары СССР-ҙағы рус булмаған халыҡтарҙың революцияға тиклемге тарихы буйынса ҡайһы бер мәсьәләләрҙе, атап әйткәндә, XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын, ҡайтанан ҡарау шартына әүерелгән.

Илдә Башҡортостан тарихына иғти­барҙың артыуы 40 – 50-се йылдар аҙа­ғында тарихсыларҙың боронғо ваҡыт­тарҙан алып 1917 йылғы Февраль революцияһына тиклемге дәүерҙе үҙ эсенә алған “Башҡорт АССР-ы тарихы буйынса очерктар” тигән китапты яҙыу буйынса эш башлауына һәм Баш­ҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығына әҙерләнеүгә лә бәйле булған. Ошо йылдарҙа Өфөлә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында республика тарихына арналған ғилми сессиялар 1946, 1950, 1951, 1953 һәм 1961 йылдарҙа үткәрелгән.

XVII – XVIII быуаттарҙағы баш­ҡорт күтәрелештәре тарихын тикшергәндә ике фекер тыуған: Өфө тарихсылары 30–40-сы йыл­дарҙағы совет осоро тарихнамәһе концепцияһын яҡлаһа, СССР Фән­дәр академияһының СССР тарихы институты ғалимдары Н.В. Устюгов, Н.Г. Аполлова һәм Н.Ф. Демидова ВКП(б) үҙәк комитетының 1945 йылғы Башҡортостанға ҡағылышлы ҡарары рухында концепцияны ҡайтанан ҡарау яғында булған.

1961 йылда Өфөлә үткән фәнни сессияла Башҡорт дәүләт универ­ситетының СССР тарихы ка­федраһы доценттары З.И. Сираев – XVII быуаттағы – XVIII быуаттың тәүге яртыһындағы башҡорт ихтилалдары һәм С.Н. Ниғмәтуллин 1735 – 1740 йылдарҙағы башҡорт күтәрелештәре тураһында сығыш яһаған. Өфө тарихсылары Н.В. Устюговтың һәм уның яҡлыларҙың концепцияһын ҡаты тәнҡитләп, уларҙың эшендәге методологик хаталарҙы, тарихта халыҡ масса­ларының әһәмиәтен баһалап еткермәүҙе билдәләгән.

Асылда иһә Н.В. Устюгов һәм уның фекерҙәштәре XVII – XVIII быуаттарҙа батша хөкүмәтенең Башҡортостандағы сәйәсәтен идеаллаштырып, ихтилалдарҙың сәбә­бен башҡорт феодалдарының ҡәнә­ғәтһеҙлегендә генә күргән. Уларҙың фекеренсә, XVII – XVIII быуаттар­ҙағы башҡорт күтәрелеш­тәре феодал-монархия, реакцион һәм рус­тарға ҡаршы йүнәлтелгән хәрә­кәттәр булғандар. Башҡорт феодалдары төбәктә етештереү көстә­рен үҫтереүҙе, феодаль мөнә­сәбәт­тәрҙе тәрәнәйтеүҙе тот­ҡар­лаған, алға түгел, артҡа ҡарап эш иткән.

ХХ быуаттың 50-се һәм 60-сы йылдары башында барған бәхәстәр ошо ҙур мәсьәләнең тейешенсә өйрәнелмәүен күрһәтә. Шул дәүер­ҙә Мәскәү дәүләт универси­те­тындағы Тарих факультеты аспиранты И.Ғ. Аҡманов был мөһим теманы өйрәнә башлай. Ул 1704 – 1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары тарихы буйынса канди­датлыҡ диссертацияһы яҙа. Йәш тарихсы, башҡорт халҡының батша хөкүмәте алып барған иҙеү сәйәсәтенә ҡаршы йүнәлтелгән был ихтилал Рәсәй тарихында ыңғай ваҡиға булған, тигән һығымта яһай. Диссертация Мәскәү дәүләт уни­верситетындағы советында уңыш­лы яҡлана. Ошо рәүешле университет тарихсылары ла XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт күтәрелеш­тәренең асылына, характерына һәм әһәмиәтенә ҡарата йәш аспирант­тың концепцияһын яҡлап сыға, йәғни Н.В. Устюговтың концеп­цияһына ҡаршы сығыш яһай.

Ошо йылдарҙа Ирек Ғайса улының башҡорт ихтилалдары кеүек бәхәсле проб­лема буйынса байтаҡ китаптары һәм мәҡәләләре донъя күрә. Китаптары араһында “Башкирское восстание 1735 – 1736 гг.” (Өфө, 1977), “Башкирские восстания XVII – первой трети XVIII в.” (Өфө, 1978), “Социально-экономическое развитие Башкирии во второй половине XVI – первой половине XVIII в.” (Өфө, 1981), “Башкирия в составе Российского государства в XVII – первой половине XVIII в.” (Свердловск, 1991), “Башкирские восстания XVII – начала XVIII в.” (Өфө, 1993), “За правдивое освещение истории народов”, (Өфө, 1995), “История и современность”, (Өфө, 2008) тигәндәрен айырып билдәләргә кәрәк.

Хеҙмәте баһаға лайыҡ

Был тикшеренеүҙәр нигеҙендә автор XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарының феодаль, реакцион булыуын, рустарға һәм башҡа халыҡтарға ҡаршы йүнәлтелеүе тураһындағы кон­цепцияның нигеҙһеҙ икәнлеген, хал­ҡыбыҙҙың Рус дәүләтенә ҡу­шылыу шарттарын, автономияһын һаҡлап ҡалыу өсөн көрәш алып барыуын асыҡлай. Баш­ҡорттарҙың даими баш күтәреүе батша власына Көньяҡ Уралда һәм Урта Волга буйында йәшәгән аҫаба халыҡҡа, шулай уҡ күскенселәрҙең төп өлөшөнә ҡарата феодаль иҙеүҙең иң ҡәтғи алымдарын таратырға ҡамасаулай. Тимәк, ихтилалсылар ошо төбәктә көн күргән бөтә халыҡтың да мәнфәғәттәрен яҡлап көрәшкән.

Әйтелгәндәр нигеҙендә автор XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт күтәрелеш­тәре Урал-Волга буйы ғына түгел, тотош Рәсәй тарихында әһәмиәтле ыңғай ваҡиғаларҙы тәшкил иткән, шуға күрә уларҙы донъя кимәлендәге тарихи феномендарға тиңләргә була, тигән һығымтаға килгән.

Ирек Аҡмановтың XVII – XVIII быуат­тарҙағы башҡорт ихтилалдары тура­һындағы тикшеренеүҙәре Рәсәйҙең тарих фәне тарафынан да хупланған. ХХ быуаттың 80-се йылдарынан ил вуздары өсөн тарих дәреслектәрендә XVII – XVIII бы­уаттарҙағы башҡорт ихтилал­да­рының уның концепцияһы рухында баһаланыуы ла осраҡлы түгел. Ирек Ғайса улы башҡорт күтә­релештәре тураһындағы тарихи хәҡиҡәтте тергеҙҙе, заман талаптарынан сығып, Рәсәй тарихында уның әһәмиәтен билдәләне. Ул башҡорт күтәрелештәре Рәсәй тарихындағы төп проблемаларҙың береһе булыуын иҫбат итте.

Фән менән даими шөғөлләнгән ғалим 337 ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография баҫтырып сығарған. Ул биш тарих фәндәре докторын, 33 фән кандидатын әҙерләгән. Был йәһәттән Башҡортостан тарихсылары ара­һында И.Ғ. Аҡмановҡа еткән шәхес юҡтыр. Әле лә бер нисә кеше уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссер­тацияһы яҙа.

Профессор Аҡманов БДУ ҡара­мағындағы Тарих фәндәре буйынса диссертация советын ойоштора, 1991 – 2015 йылдарҙа уның рәйесе була. 1991 – 2018 йылдарҙа ошо советта 14 докторлыҡ һәм 153 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Бөтә яҡланған диссертациялар Рәсәй Федерацияһының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан раҫланған.

Ирек Ғайса улы – ҡайһы бер ҙур коллектив фәнни хеҙмәттәрҙең, юғары уҡыу йорттары һәм урта мәктәптәр өсөн дәреслектәрҙең ғилми етәксеһе, яуаплы мөхәррире һәм авторҙашы, “Йәдкәр”, “Вестник БашГУ” журналдарының, бер нисә энциклопедияның (“Башҡортостан Республикаһының тарихи-энциклопедик атласы. Өфө, 2006”, “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1996, 2005 – 2012”) мөхәрририәт ағзаһы.

Ғилми һәм педагогик эшмә­кәрлегендәге уңыштары өсөн профессор Ирек Ғайса улы Аҡмановҡа 1985 йылда “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән. 1997 йылда ул – Халыҡ-ара төрки академия, ә 1998 йылда Рәсәй Федерацияһы Гуманитар акаде­мияһы академигы итеп һайлана. Уға шулай уҡ “Рәсәйҙең почетлы юғары мәктәп хеҙмәткәре”, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре” һәм “Башҡорт дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры” тигән исемдәр бирелгән. Ирек Аҡманов – Башҡортостандың Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.

Ғалим университеттың һәм рес­пу­бликаның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул I – III Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайҙа­рында ҡатнаша, Башҡарма комитет ағза­һы була. 1995 – 2010 йылдарҙа Бө­тә донъя башҡорттары ҡорол­та­йының мәғариф һәм кадрҙар әҙер­ләү комиссияһы рәйесе була­раҡ, республикала башҡорт мәктәп­тәрен терге­ҙеүгә һәм үҫтереүгә күп көс һала.

Профессор Аҡманов әле лә фән менән әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә. Ғәмәлдә ҙур тарихсы-ғалим, вуз уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле йәмәғәт эшмәкәре. Ғүмерен Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә арнаған.


Вернуться назад