Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан халыҡ бер ваҡытта ла өҙөлмәй, улар шәфҡәт туташтары янына һаулығын тикшерергә, күҙәтелергә тип килә. Бынан тыш, кәрәкле дарыу һатып алырға килеүселәр ҙә бихисап.
Шәфҡәт туташтары Гүзәл Ишморатова менән Лилиә Ибраһимова оҙаҡ йылдар инде ғүмерҙәрен һаулыҡ һаҡлауға арнаған. Бөгөн аҡ халатлылар Ҡуғанаҡбаштан тыш, тағы ла Яңы Ивановка һәм Йомағужа ауылдары халҡына ла сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә. Бында шулай уҡ водителдәр рейс алдынан тикшереү ҙә үтә.
2005 йылда капиталь ремонт үткәрелгән пункт әле ауылды йәмләп ултыра. Тирә-яғына үҙ көстәре менән ағас ултыртып, уны кәртәләп алғандар.
— Халыҡ ҙур теләк менән беҙгә килә, үҙ сиратыбыҙҙа уларға юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтергә тырышабыҙ. Әлбиттә, күптәре сәләмәтлеге яҡшы булһа ла, хәл белешергә тип, кәңәш һорап та мөрәжәғәт итә, — ти шәфҡәт туташы Гүзәл Ишморатова.
Әйткәндәй, ике шәфҡәт туташы ла медицина училищеһын тамамлаған, эш тәжрибәһе етерлек уларҙың. “Әле булһа белемебеҙҙе камиллаштырырға тура килә, сөнки заманса медицина ҡорамалы, яңы дарыуҙар менән эш итәбеҙ бит”, — ти аҡ халатлылар.
Шуныһы мөһим: ауыл фельдшер-акушерлыҡ пунктына район үҙәк дауаханаһы ла һәр яҡлап ярҙам итә, заманса медицина ҡорамалы менән йыһазландыралар, дарыуҙар менән тәьмин итәләр.
Бөгөн аҡ халатлылар 700-ҙән ашыу кешене йылы, иркен һәм яҡты пунктта хеҙмәтләндерә, балалар һаны ла һуңғы йылдарҙа арта бара икән.
— Фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләһә, ауыл да һүнмәҫ, йәштәр ҙә сит тарафтарға сығып китмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ, — ти шәфҡәт туташтары. — Ә халыҡ һау-сәләмәт булһа, йәшәүе лә күңелле буласаҡ.