Законға ярашлы, баҡса һәм торлаҡ йорттарға хоҡуҡ дәүләт теркәүе һәм уларға дәүләт кадастр иҫәбе ошондай күсемһеҙ милек объекттарына техник план, улар урынлашҡан ергә хоҡуҡты билдәләгән документ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. 1 мартҡа тиклем торлаҡ, баҡса, дача участкаларында йорт һалыу, ғәмәлдәгеләрен реконструкциялау тураһында белдереп тормайынса уларға хоҡуҡты теркәргә, кадастр иҫәбенә ҡуйырға мөмкин ине. Хәҙер иһә төҙөлөштө йәки реконструкцияны башлар алдынан ер хужаһы төҙөлөшкә рөхсәт бирергә вәкәләтле органға хәбәр итергә тейеш.
Вәкәләтле орган, үҙ сиратында, бер аҙна эсендә төҙөүсегә күҙалланған объект күрһәткестәренең билдәләнгән талаптарға яуап биреүе хаҡында белдерергә бурыслы.
Эш тамамланғас, төҙөүсе вәкәләтле органға был турала мәғлүмәт бирергә тейеш. Белдереүҙә шулай уҡ дәүләт теркәүе өсөн пошлина түләүҙе күрһәтеү фарыз. Участка хужаһы тарафынан төҙөлгән декларация нигеҙендә әҙерләнгән техник планды ла ошо органға тапшырырға кәрәк. Декларация ла, белдереү ҡағыҙы ла шәхси торлаҡ төҙөлөшө объектының йәки баҡса йортоноң техник планына теркәлә.
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, тап вәкәләтле орган “Росреестр”ға йортҡа йортто кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уға хоҡуҡты теркәү тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Әгәр вәкәләтле орган документтарҙы ебәреү бурысын үтәмәһә, төҙөүсе “Росреестр”ға ғаризаны үҙаллы ебәрә.