Тырышһаҡ, булдырырбыҙ!05.03.2019

Диспансерлаштырыу үтеү өсөн яңы мөмкинлектәр.

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектына ярашлы, сәләмәт тормошто формалаштырыуға йүнәлтелгән программа өҫтөндә эш башланы. Һаулыҡ һаҡлау министры В. Скворцова әйтеүенсә, кешенең йәшәү рәүешенән, уның үҙенең сәләмәтлегенә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлы­ғының киңәйтелгән кәңәшмәһендә үткән йылға йомғаҡ яһау барышында һүҙ күберәк тап ошо хаҡта – халыҡтың сәләмәт­леккә мөнәсәбәтен үҙгәртеү, диспансерлаштырыу мәсьәләһен яңы кимәлгә күтәреү тураһында һүҙ барҙы.

Тармаҡ етәксеһе Максим Забелин әйтеүенсә, былтыр 773 меңдән ашыу өлкәндәр медицина тикшеренеүен үткән. Оло йәштә­геләрҙең айырым төркөмдәрендә онкологик сирҙәрҙе иртәрәк асыҡ­лау маҡсатында диспансерлаштырыу тәртибен бер аҙ үҙгәрт­кәндәр.

Һөҙөмтә шулай: былтыр 70 меңдән ашыу сир тәү тапҡыр асыҡланған. Тәүге урынды ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре биләй. Икенсе урында – эндокрин системаһы, өсөнсө урында – нервы системаһы ауырыуҙары. Быйылдан башлап халыҡҡа диспансерлаштырыу үтеү өсөн уңайлы мөмкинлек тыуҙырылыуын да иҫкә төшөрәйек. Эш биреүсе хеҙмәткә­ренә өс йылда бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтеү өсөн түләүле ял көнө бирергә тейеш. Ә пенсияға сығыу алдында торған һәм эшләүсе пенсионерҙар йыл һайын ял ике көн алырға хоҡуҡлы.

Тәжрибәнән күренеүенсә, эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен медицина тикшеренеүе үтергә ебәрергә тырышмай. Шуға күрә тағы ла бер мөмкинлек бар: әле 64 медицина ойошмаһында ял көнөндә диспансерлаштырыу үтеү ойошторолған. Ә ҡайһы бер медицина ойошмалары мобиль бригадалар төҙөп, предприятиеларға, учреждение­ларға сығыуҙы хуп күрә. Учалы, Туймазы үҙәк район дауаханалары, Күмертау, Нефтекама ҡала, Өфөнөң 13-сө, 18-се дауаханалары тап ошо юлды һайлаған.

Хәбәрҙең яҡшыһы ла, яманы ла етерлек

Үткән йыл демографик хәл ҡыуандырырлыҡ булманы. Тыуым аҙайҙы, халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелде. Дөйөм үлем күрһәтксе элекке кимәлдә (12,4 промилле) һаҡланды.

Әйткәнебеҙсә, ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре һаман да “беренселекте” ҡулында тота. Шуға күрә 2024 йылға тиклем биш төбәк ҡан тамырҙары үҙәген һәм 21 тәүге ҡан тамырҙары бүлексәләрен заманса ангиографтар, компьютер һәм магнит-резонанс томографтары һәм башҡа кәрәкле ҡора­малдар менән йыһазландырыу бурысы тора. Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы күрһәткестә­ренән бер аҙ түбән булыуына ҡарамаҫтан, онкология сирҙәренән вафат булыу осраҡтары байтаҡ, республикала икенсе урынды тота. Былтыр 6670 сир иртә осорҙа асыҡланған.

Айырыуса эшкә һәләтле йәштә­геләр араһында үлем осраҡта­рының ҙур урынды алыуы ла билдәләп үтелде ултырышта. Былтыр 12 меңдән ашыу кеше тап ошондай донъя көтөп, балалар үҫтерерҙәй мәлдә яҡты донъя менән хушлашҡан. 80 проценты – ир-ат! Үлем осраҡтарының 20 проценты бөтөнләй һаулыҡ менән бәйләнмәгән: үҙ-үҙенә ҡул һалыу, алкоголь менән ағыуланыу, һыуға батыу һәм башҡа төрлө фажиғә­ләргә юлығыу.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы сабыйҙар үлеменең һиҙелерлек кәмеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күңелле хәбәр, былтыр унан алдағы йыл менән сағыштырғанда үлем осраҡтары 25,7 процентҡа түбәнәйеп, 5,2 промилле тәшкил иткән (2017 йылда – 7,0). Ғөмүмән, балаларҙың һаулығын һаҡлау тәңгәлендә уйланылған эштәр, проекттар етерлек, Туймазы һәм Дүртөйлөлә поликлиникалар төҙөләсәге, ауылдарҙа тәүге медик-санитар ярҙамды үҫтереү буйынса яңы аҙымдар хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Юғары технологиялы операциялар хәҙер хыял түгел

Былтыр медицина ойошмаларында 21 меңдән ашыу юғары технологиялы медицина операциялары үткәрелгәнен ишеткәс, Башҡортостан хирургтарының ҡаһарманлығы, белеме, профессионаллеге өсөн нисек ғорурлыҡ тойғоһо кисермәйһең!

Элек ауырыуҙар күпләп ҙур ҡалаларҙың медицина учреждениеларына ебәрелһә, хәҙер байтаҡ ҡатмарлы операциялар үҙебеҙҙә уңышлы башҡарыла. “Юғары технологиялы операцияларҙың күпсе­леге (66 %) тап үлем осраҡта­ры­ның байтаҡ өлөшөн биләгән йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙә­ренә һәм имгәнеүҙәргә тура килә”, – тип билдәләне Максим Забелин.

Былтыр хирургтарҙың алтын ҡулдары ярҙамында өс тапҡыр йөрәкте күсереп ултыртыу, дүрт тапҡыр – бауырҙы, 38 тапҡыр бөйөрҙө күсереп ултыртыу операциялары уңышлы башҡарылған.

Теләк янына терәк тә кәрәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли про­екты­ның төп өлөшөн, әлбиттә, юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү үҙ эсенә ала. Тармаҡ етәксеһенең был пробле­маға айырыуса ҙур урын, иғтибар биреүе аңлашыла ла.

Һуңғы ваҡытта йәш белгестәрҙе төбәктәрҙәге медицина учреждениеларына йәлеп итеү буйынса бығаса булмағанса ҙур тырышлыҡ һалынды, дәртләндереү саралары эшләнде һәм файҙаланды. Һәм бына һөҙөмтә: республикала 243 медицина хеҙмәткәре торлаҡлы булды, 33-ө йорт һалыу өсөн ер участкаһы алды. Алты йыл эсендә ауыл медицина учреждениелары, “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, 1321 белгесте ҡабул иткән.
Ә былтырғы осорҙа төбәктәрҙә 100 “ауыл табибы” һәм 56 “ауыл фельдшеры” эшкә тотонған. 2019 йылда ла был мөһим эш дауам иттереләсәк.


Вернуться назад