Республика етәксеһенән – иң йылы һүҙҙәр04.03.2019
Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо.

Осрашыуҙа гүзәл зат вәкилдәре – атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, ғалимәләр, мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, төбәктең алдынғы предприятиелары хеҙмәтсәндәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр һ.б. ҡатнашты.

“Һәр йыл 8 Март алдынан һеҙҙе ҡотлау, иң мөһим һүҙҙәрҙе еткереү өсөн ошондай осрашыу үткәрергә ҡарар иттек, – тине тәбрикләү сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Әле залда төбәгебеҙ уңыштарға өлгәшһен, һәр беребеҙ яҡшы йәшәһен өсөн тырышҡан, быға үҙ хеҙмәте аша өлөш индергән ҡатындар йыйылған.

Етәксе түгел, ә ир кеше булараҡ әйтәм: беҙҙең өсөн ҡатын-ҡыҙ – юл күрһәтеүсе йондоҙ. Әсәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ ярҙамында һәр ваҡыт яҡшыраҡ була барабыҙ.

Һеҙҙең бәхетле булыуығыҙҙы, һөйөлөп йәшәүегеҙҙе, беҙҙе яратыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ә беҙ барлыҡ өмөт-ышанығыҙҙы аҡларға тырышасаҡбыҙ”.


Вернуться назад