БДУ-ның Сибай институты студенттары һәр яҡлап камиллыҡҡа, белемгә ынтылыуы менән айырылып тора. Һөҙөмтәлә күптән түгел бер төркөм уҡыу алдынғылары Рәсәй Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булһа, ошо көндәрҙә йәнә дүрт студент Башҡортостан Башлығы стипендиаты тип танылды.
Улар – хоҡуҡ һәм иҡтисад бүлегенән Камилла Кейекбаева, Роза Мортазина, педагогика факультетынан Илдус Ҡасҡынбаев менән Динара Йәрмөхәмәтова.
Тырыш йәштәрҙең артабан да ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеп, яңы үрҙәргә ынтылып йәшәүен теләйбеҙ.