Хәйбулла районы үҙәк китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең VII класс уҡыусылары өсөн “Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар” тигән темаға оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.Сараға ҡул эштәренә маһир, өй шарттарында һабын ҡайнатыу менән шөғөлләнгән Юлиә Зәйнәғәбдинова саҡырылды.
Юлиә Юлдаш ҡыҙы әйтеүенсә, һабынды ике төрлө ысул буйынса яһарға мөмкин. Оҫта ошо серҙәрҙе асты, төҫ, еҫ һайлау һ.б. өйрәтте.
Һабынды химик матдәләр ҡушмай, үҙ ҡулдарың менән әҙерләү барышын балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Унан һәр кем үҙе теләгән төҫтә һәм формала төрлө һабын эшләп ҡараны. Һөҙөмтәнән барыһы ла ҡәнәғәт булды, артабан да шөғөлләнергә теләк белдерҙе.