Күрше хаҡына тап төшөрөп04.03.2019
Әбйәлилдәр элек-электән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы халҡы менән дуҫ, татыу йәшәгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар дауамындағы яҡшы мөнәсәбәткә бәғзе осраҡта яман уйлы, хөсөтлө кешеләр ҡара тап төшөрөп тә ҡуйыусан.

Күптән түгел Магнитогорскиҙа йәшәгән 24 йәшлек ир, ағаһын эйәртеп килеп, Атауҙы күле янында тибенлектә йөрөгән йылҡыларҙы Силәбе өлкәһенә ҡыуып алып китә. Бурҙар тәүҙә дүрт атты һуйып һата, дүрт ҡолондо дуҫтарына ваҡытлыса һаҡлауға ҡалдыра.

Әбйәлил районының эске эштәр хеҙмәткәрҙәре уғрыларҙың эҙенә тиҙ төшә. Был эш буйынса енәйәт эше асылған. Әле ҡалған 22 баш йылҡының ҡайҙа икәнлеге асыҡлана.


Вернуться назад