Казарма емерелһә...04.03.2019
Өфөлә Карл Маркс урамы, 55/1 адресы буйынса урынлашҡан эске һаҡ казармаһы – архитектура һәйкәле – емерелеү хәлендә. Ә бинала әле 150 самаһы кеше йәшәй.

Уларҙың әйтеүенсә, бында 22 йыл дауамында ремонт үткәрелмәгән, эҫе һыу, газ юҡ, ашарға электр плиткаларында бешерәләр. Сым үткәргестәрҙең иҫкелеге сәбәпле бинала инде ике тапҡыр янғын сыҡҡан. Беренсе ҡаттың бер өлөшөн биләгән һалдат ашханаһының тәҙрәләре ярылып бөткән.

Әйтеүҙәренсә, урындағы власть бында йәшәгәндәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙән баш тарта.

“Документтар буйынса, һеҙ бында юҡ, тиҙәр. Торлаҡты приватизацияларға рөхсәт бирмәнеләр. Әммә коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйбеҙ. Саҡырһаҡ, табиптар ҙа килә, тимәк, беҙ ошо йортта йәшәүселәр булып иҫәпләнәбеҙ”, – тип белдергән ундағы халыҡ.

Карл Маркс урамындағы был казармалар 1824 йылда император Александр Беренсенең шәхси бойороғо буйынса төҙөлгән. Ул Өфөлә сағында урынды ла үҙе һайлаған. 170 йылдан ашыу бина тәүге тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылған. 1986 – 1999 йылдарҙа хәрби часть биләмәһендә летчиктарҙың Өфө юғары хәрби авиация училищеһы урынлашҡан. Унда уҡығандар араһында өс Рәсәй Геройы бар. Аҙаҡ училище таратылған.


Вернуться назад