Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин социаль селтәрҙә “Республикала онкология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү менән ҡәнәғәтһегеҙме?” тигән һорау алыу ойошторҙо.Яуап варианттары икәү: “Эйе, ҡәнәғәтмен” һәм “Юҡ, ҡәнәғәт түгелмен”.
Ведомство етәксеһе был башланғыстың сәбәбен шулай аңлата: уға килгән мөрәжәғәттәрҙең яртыһынан күбеһе онкологик сирҙәр буйынса ярҙам алыу мәсьәләһенә ҡағыла.
“Социаль селтәрҙә беҙҙең онкологтарҙа дауаланыу тарихтарын да яҙһағыҙ ине, – тип белдерҙе Максим Забелин. – Беҙҙең тура аралашыу һөҙөмтәләре буйынса тейешле һығымта яһаласаҡ һәм хәлде яйға һалыу, лайыҡлы табиптарҙы дәртләндереү йәһәтенән кәрәкле саралар күреләсәк”.