Ҡала янындағы ер участкалары хужаларына йорт төҙөү өсөн тәүҙә рөхсәт ҡағыҙы алырға кәрәк буласаҡ. Ә йорт һалынып бөткәс, объектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн тағы ла рөхсәт алырға тура киләсәк.
Авария-диспетчер хеҙмәттәре өсөн мартта яңы стандарттар үҙ көсөнә инә. Йорт хужаларының заявкаларын үтәү тәртибе үҙгәрә, оперативлыҡ, йылдамлыҡтан тыш, планлаштырған эштәре, тарифтар үҙгәреүе тураһында үҙ ваҡытында хәбәр итергә бурыслылар, бөтә мөрәжәғәттәр ҙә теркәлергә тейеш.
Тағы ла шуныһы: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе белгестәре, бөтә тейешле ҡорамалдарҙан тыш, үҙҙәре менән танытма, бейджик һәм бахил йөрөтөргә тейеш.