Әлшәй районы хакимиәте һәм Раевка үҙәк дауаханаһы етәкселәре Стәрлетамаҡ медицина колледжында уҡыусы яҡташтары менән осрашты. Маҡсаты билдәле – урта медицина кадрҙарын тыуған төйәктәренә ылыҡтырыу, эшкә саҡырыу.
Әле бында Әлшәй районынан килгән 12 студент белем ала, быйыл дүртәүһе колледжды тамамлаясаҡ. Йәш белгестәргә төрлө социаль ярҙам күрһәтелә: шәхси милеккә ер участкалары, торлаҡ төҙөүгә субсидия бүленә, коммуналь хеҙмәттәргә льгота ҡаралған.