Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы бөгөн башландымы әллә?04.03.2019
Эйе, Өфөләге "Торатау" конгресс-холы тупһаһын аша атлап үтеү менән башҡа иң тәүҙә "Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө әллә бөгөн башланды инде?" тигән уй килә, сөнки бында барыһы ла байрам мөхитенә сорналған, ә береһенән-береһе гүзәл ҡатын-ҡыҙҙан күҙ ҡамаша. Нәзәкәтле сара үтә бөгөн – "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" III республика бәйгеһенә йомғаҡ яһала.

"Ҡатын-ҡыҙ - әсәй", "Лидер ҡатын-ҡыҙ", "Өлкән быуын ҡатын-ҡыҙы", "Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре" һәм башҡа номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләү "Тамыр" , "Мираҫ" йыр ансамблдәре, Милли симфоник оркестр, Марсель Ҡотоев һәм башҡа сәнғәт әһелдәренең сығыштары менән үрелеп бара.

Фойела ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә эшләй, баш ҡалабыҙҙан, Бөрйән, Дүртөйлө һәм башҡа райондарҙан килгән оҫталар милли биҙәүестәр, ҡашмау-түшелдеректәр, ҡорамалар, туҙҙан эшләнгән бал батмандары, хатта башҡортса открыткалар тәҡдим итә.

"Ҡатын-ҡыҙ – әсә" номинацияһында еңеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡотланы.


Вернуться назад