Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров легаль булмаған алкоголь темаһын күтәрҙе.
Уның белдереүенсә, Ҡариҙел районында бер нисә ауыл кешеһе йыйылып, үҙҙәрендә ялған һәм легаль булмаған алкоголь булмаясаҡ, тип хәл иткән. Шулай итеп, улар ағыулы эсемлектәрҙе таратыу менән шөғөлләнеүгә ҡаршы етди фекерен белдерҙе. Радий Хәбиров был башланғыстың бик мөһим икәнлеген билдәләне.
– Беҙ прокуратура, Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итә алабыҙ, әммә урындағы халыҡтың хуплауы юҡ икән, бер нимә лә килеп сымаясаҡ, – тине ул.
Легаль булмаған спиртлы эсемлектәр эсеп үлеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Былтыр ғына республикала уның менән ағыуланып, 61 кешенең ғүмере өҙөлдө.