“Йыл уҡытыусыһы” кем булыр?04.03.2019
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа республика “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы тантаналы асылды. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы һәм Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ойошторҙо.

Сарала төрлө фәндәр буйынса белем биргән мөғәллимдәр, башҡорт, рус, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм йәш педагогтар айырым һынау тотасаҡ. Өс аҙна дауам итәсәк конкурс барышында ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк, класс сәғәттәре үткәрәсәк, мәғариф буйынса үҙҙәренең проектын яҡлаясаҡ.

21 мартта конкурс финалсылары мәғариф министры менән әңгәмә ҡорасаҡ. Сараны тантаналы ябыу, еңеүселәрҙе тәбрикләү 22 мартта Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ.





Вернуться назад