Ишек алды... ялтыр асфальт04.03.2019
Башҡортостанда яңы программа ҡабул ителәсәк. Ул “Тыуған урам” тип аталасаҡ. Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

Һәр бер ауылда үҙәк урам булһа ла асфальтланырға тейеш. “200 метр арауыҡмы, километр ярыммы, әммә ауыл халҡы үҙен уңайлы мөхиттә тойорға тейеш, айырыуса яҙлы-көҙлө осорҙа”, – тине Радий Фәрит улы.

“Тыуған урам” программаһы 2024 йылға тиклем иҫәпләнә. Ә ниндәй урамға асфальт һалырға кәрәклеген ауыл халҡы үҙе хәл итергә тейеш. Программа үтәлеше өсөн Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов яуаплы.




Вернуться назад