Асҡын районында урынлашҡан хозур тәбиғәтле “Танып” шифаханаһында Сибай ҡалаһынан 18 кеше сәләмәтлеген нығыта. Шифаханала ял итеүселәрҙең барыһы ла - “Зона-500” һыҙатында йәшәүселәр.
- Беҙ сибайҙарға, шифахана картаһында яҙылған күрһәтмәләргә ярашлы, бөтә төр медицина-һауыҡтырыу комплексын тәҡдим итәбеҙ. Уларға шифалы минераль һыу менән күп профилле дауалау саралары ҡаралған. Шифахана тирәләй 200 километрҙа сәнәғәт предприятиелары юҡ, шуға күрә беҙҙә һауа саф һәм таҙа, - ти “Танып” шифаханаһы директоры Кәшшәф Ямалетдинов.
Уның белдереүенсә, сибайҙарға дауаланыу һәм туҡланыу бушлай, юллама ун көнгә тәғәйенләнгән.
Сибайҙан ял итергә килгән Лидия Ивановаға бында ныҡ оҡшай. “Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған: итәғәтле коллектив, таҙа һауа, иҫ киткес матур тәбиғәт, шифалы сәләмәтләндереү процедуралары, бассейндан сығаһы ла килмәй. Көн һайын урындағы шифалы “Ҡаҙансы” һыуын эсәбеҙ. Тәмле ашаталар, көс йыйып, һаулығыбыҙҙы нығытып ҡайтабыҙ”, - ти ял итеүсе.