Ерең бармы? Ағас ал04.03.2019
Былтыр халыҡтың шәхси ихтыяжы өсөн бүленгән ағас күләме 878 мең кубометр булған, шуның 43 проценты торлаҡ һалыуға тәғәйенләнгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер урмансылыҡтарҙа ағас алыу өсөн һигеҙ йыл самаһы сират көтөргә тура килә. Әле ылыҫлы ағастар диләнкәләренең 80 проценты ҡуртымға бирелгән. Халыҡҡа бүленгән ағастың өстән ике өлөшө тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, нигеҙҙә, уны һатып ебәрәләр.

Радий Хәбиров Республика урман форумында сығыш яһап, Башҡортостан Хөкүмәтенә ағас бүлеү тәртибен ҡайтанан ҡарау бурысын йөкмәтте, ағас алыу хоҡуғын шәхси торлаҡ төҙөү өсөн участкалары булған кешеләргә генә бирергә ҡушты. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ташламалы шарттарҙа ағас биреләсәк граждандар категорияһын киңәйтергә, артыҡ талаптарҙы бөтөрөргә тәҡдим итте.


Вернуться назад