Урманда хәл нисек?04.03.2019
Республикабыҙҙа дөйөм ағас тупламы 770 миллион кубометр тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта йылына рөхсәт ителгән ағас әҙерләү күләме ошо күрһәткестең яҡынса 1,2 процентына тиң. Бер нисә йыл дауамында диләнкәләрҙе үҙләштереү 30-35 проценттан артмай. Былтыр иһә 2,9 миллион кубометр ағас, йәки рөхсәт ителгән күләмдең ни бары 30,5 проценты әҙерләнгән.

Ошо көндәрҙә Ҡариҙелдә үткән Республика урман форумында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, ҡороған, ҡарт ағастар күбәйә, һөҙөмтәлә янғын хәүефе, ағас сирҙәре таралыу хәүефе арта, урманды яңыртыу мөмкинлеге сикләнә.

Урман тармағының республика ҡаҙнаһына индергән килеме лә әллә ни күп түгел. Былтыр ул ни бары 230 миллион һум ғына тәшкил иткән. Министрыҙың фекеренсә, был күләмде кәмендә ике тапҡыр арттырырға мөмкин. Ағас материалдар менән биржа сауҙаһы институтын асыу хәлде яйға һалырға булышлыҡ итер ине.


Вернуться назад