Йәштәр урамында яңы өй ҡалҡты07.06.2012
Йәштәр урамында яңы өй ҡалҡтыЙәмле Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Һабаш районда элек-электән матур ауылдарҙан һанала. Бөгөн дә халыҡ төйәген таҙа, бөхтә һәм төҙөк тоторға тырыша. Урамдар иркен, сағыу төҫкә буялған баҡсала төрлө емеш-еләк үҫә, сәскәләре тирә-яҡҡа йәм бирә. Эш һөйөүсән халыҡ йәшәгәнлеге әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.

Күп кенә төбәктәрҙә һуңғы йылдарҙа ауылдың ҡото китте, емерелеп, хужаһыҙ етемһерәп ултырған йорттар күбәйҙе. Ә бына Һабаш ауылы, киреһенсә, яңыра, йәшәрә һәм матурая. Һәр ерҙә төҙөлөш киң ҡолас менән бара. Бында хатта тотош йәштәр урамы ла барлыҡҡа килгән. Хәҙер ҡала тормошон өнәмәй, ауылды яҡын иткән йәштәр бихисап.
– Ауыл малайы булғас, ҡалаға ылыҡманым да, күңелем дә тартманы. Мәктәптән һуң, техник белем алғас, Ергән элеваторына эшкә килдем, – ти Рәшит Усманов. – Әле ауылымда йорт бөтөрәбеҙ, көҙгә өй туйлаясаҡбыҙ.
Рәшит элеваторҙа ҡатнаш аҙыҡ цехы етәксеһе вазифаһын башҡара. Ҡатыны Айгөл "Ергән" МТС-ында секретарь булып эшләп, бөгөн декрет ялында, ике йәшлек улдары Айратты тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Алһыу бишенсе класты тамамланы.
Әле Усмановтар ғаиләһе Рәшиттең атаһы менән бергә йәшәй. Бынан бер нисә йыл элек яңы йорт һалып сығыу хыялы менән Рәшит атаһының нигеҙенә яҡын урында ер участкаһы һатып ала һәм төҙөлөштө башлай. Тәүҙә эш ырамлы ғына барһа ла, тиҙҙән әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға, эш туҡтап ҡала. Шулай ҙа йәштәр бирешмәй. Тырышҡанды Аллаһы Тәғәлә лә күрә тигәндәй, Усмановтарҙың ғаиләһен "Ауылды социаль үҫтереү" федераль маҡсатлы программаһына индерәләр. Күктән төшкән 800 мең һум аҡса, бынан тыш, икенсе балалары тыуғандан һуң алынған әсәлек капиталы тик йорт һалыуға ғына тотонола. Бөгөн 140 квадрат метр майҙанда эш дәррәү бара. Әлбиттә, туғандары ла, дуҫтары ла йәштәргә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, үткәрелгән өмәләр ҙә эште алға алып бара. "Шөкөр, ярҙам булғас, йорт та тиҙ төҙөлә. Хөкүмәтебеҙгә лә ҙур рәхмәт, финанс мәсьәләһе яҡшы хәл ителде", – ти хужабикә Айгөл.
Усмановтарҙың тырыш ғаиләһен ауылда ихтирам итәләр, күптәргә өлгө итеп ҡуялар. Йәш кенә булһалар ҙа бал ҡорто ла тоталар, ихата тултырып мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Күңелдәре көр, кәйефтәре күтәренке, сөнки төҙөлөштө тиҙерәк тамамлап, көҙ туғандарын, дуҫтарын өй туйына саҡырмаҡсылар.
Самат ҒӘЛИН
Мәләүез районы.


Вернуться назад