Ҡайһы бер осраҡта беҙ бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ кеүек. Тирә-йүнгә күҙ һалайыҡ: тормош ниғмәттәренән ысынлап та мәхрүм ҡәрҙәштәребеҙ бар. Әммә улар бирешмәй, зарланмай, йылмайып, матурлыҡ өләшеп, башҡаларҙың күңелен күтәреп йәшәй. Өлгө алһаҡ ине үҙҙәренән. Тыныс йоҡо!(Ошо уңайҙан хикмәт тә тәҡдим итәбеҙ). Дауахана палатаһында ике кеше ятҡан. Берәүһенең карауаты тәҙрә эргәһендә, икенсеһенеке ишек төбөндә, ти.
– Тышта ниҙәр бар, һөйлә әле? – тип үтенгән һәр саҡ яҡ-тылыҡтан йыраҡ ир.
Тегеһе иһә гелән ҙур ихласлыҡ менән бәйән иткән: эргәлә шундай матур быуа, уның аша һалынған семәрле күперҙә тороп, балыҡсылар ҡармаҡ һала, яр буйындағы ҡыуаҡтарҙа ҡоштар моң өләшә, ана үҙҙәрен бесәй аңдып тора, ҡырҙағы эскәмйәлә ғашиҡ ҡыҙ менән егет серләшә, күктә йөрәккә оҡшаған болоттар йөҙә...
Көн һайын – бер-береһен ҡабатламаған ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалар. Уларҙы тыңлай торғас, ишек төбөндә ятҡан сирленең күңелендә асыу, көнсөллөк тыуған: “Ниңә тормош ғәҙелһеҙ? Ни өсөн нәҡ мин ишек төбөндә ятырға, яҡтылыҡты күрмәҫкә тейеш?”
Ирҙең нәфрәте шул ҡәҙәр көсәйгән, хатта ул бер төндә тәҙрә янындағы ауырыуҙың хәле ҡапыл насарайғанын ишетһә лә, ҡул һуҙымындағы сигнал төймәһенә баҫмаған. Йоҡлағанға һалышҡан.
Иртән¬сәк иһә санитарҙар күршеһенең мәйетен тейәп алып сығып киткәс, үҙен тәҙрә янына күсереүҙәрен һораған. Үтенесе үтәлгән.
Тәҙрәнән сираттағы мажаралы күренеште ҡарайым тип уҡталһа, унда бейек иҫке ҡойманан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти.
– Ә ҡайҙа быуа, семәрле күпер, серләшкән парҙар, моңло ҡоштар?! – тип ҡысҡырып ебәргән ир. – Миңә бит күршем әллә күпме мажара һөйләгәйне.
– Их, уларҙы үҙе күргән булһа... – тип көрһөнгән шәфҡәт туташы. – Тыумыштан һуҡыр ине бит мәрхүм. Тик һеҙҙең үтенесте кире ҡаҡмағандыр, тормоштоң матурлығына инандырып, тиҙерәк һауығыуығыҙҙы теләгәндер...