Хакимлыҡ ҡышта әле03.03.2019
Ҡыш бер ҙә китергә уйламай: иртәгә, 4 мартта, урыны менән ҡар яуыуы, әҙерәк буран сығыуы көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, көндөҙ һауа температураһы – 10, төндә 16-19 градус һалҡын буласаҡ.

Шишәмбелә шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыр, ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә иҫер тип фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ – 10, төндә – 19, урыны менән 25 градусҡа тиклем етәсәк.


Вернуться назад